

Йәйҙең эҫе мәлендә ауыр аҙыҡты бик ашағы ла килмәй. Күпселек баҡсала үҫкән йәшелсәнән турамаларға өҫтөнлөк бирә. Тәбиғәткә сығып шашлыҡ ҡурғанда ла итте үҙләштереүгә шәп ярҙамсы улар. Ашҡаҙанға еңел булһын өсөн салатты лимон һуты, бальзамик уксус йә соя соусы менән бутау яҡшы.
Ә инде майонезһыҙ салатты бер ҙә хушһынмайһығыҙ икән, уны үҙеңә эшләү фарыз, сөнки һатыуҙағы майонез һаулыҡҡа зыянлы, тип иҫбат итә диетологтар. Шуға ла өй шарттарында майонезды үҙебеҙ эшләп турамаларыбыҙҙы тәмләтәйек.
Рецептары ябай ғына. Беҙгә бер аш ҡалағы әҙер гәрсис, ике йомортҡа һарыһы, 250 мл зәйтүн майы (еҫе булмаған көнбағыш майы ла ярай), бер аш ҡалағы 9 процентлы һеркә (лимон һуты менән алмаштырырға була), бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо, тәменсә тоҙ, борос кәрәк буласаҡ. Шуныһы: бөтә алған продукттар бүлмә температураһында булһын.
Сеүәтәгә йомортҡа һарыһын, тоҙ, шәкәр һәм гәрсисте һалып туғыйбыҙ. Артабан майҙы, һеркәне өҫтәп ныҡ итеп туғыйбыҙ. Блендерҙа тиҙерәк килеп сыға. Ошо массаға ике аш ҡалағы ҡайнаған һыу ҙа өҫтәһәгеҙ, майонез тығыҙ ғына булып, тағы ла яҡшыра.
Ә бына ҡайһы берәүҙәр сей йомортҡаға һағайып ҡарай. Ундайҙар өсөн тағы бер рецепт, ул һөт менән, йомортҡаһыҙ эшләнә. Уның өсөн 100 мл һөт, 200 мл көнбағыш майы, бер сәй ҡалағы гәрсис, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, ике сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, ике аш ҡалағы лимон һуты кәрәк буласаҡ. Тәүҙә майҙы, һөттө бергә ҡушып, блендерҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Артабан гәрсис, лимон һуты, тоҙ һәм шәкәрҙе ҡушабыҙ ҙа тағы ла блендерҙа өйрөлтәбеҙ.
Бына шулай ябай ғына аҙыҡтарҙан тиҙ генә тәмле һәм файҙалы мойонез соус килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле, кәйефтәрегеҙ йәйгесә булһын, дуҫтар!