Сәләмәт булайыҡ
18 Июль 2022, 09:30

Ковид менән ауырығандар бер аҙ артҡан

Һаулыҡ һаҡлау министры ошо турала һөйләне.

Ковид менән ауырығандар бер аҙ артҡанКовид менән ауырығандар бер аҙ артҡан
Ковид менән ауырығандар бер аҙ артҡан

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда коронавирус менән сирләү күләменең бер аҙ артыуы күҙәтелгән. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Уның әйтеүенсә, шул уҡ ваҡытта һуңғы 30 көндә ковид менән ауырыу осраҡтары 37 процентҡа кәмегән. “Әле Башҡортостанда 2761130 кеше, йәки халыҡтың 111,1 проценты вакцина яһатҡан, тәүге компонетты 2936134 кеше һалдырған. 656190 кеше ревакцинация үткән”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры.

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас