Сәләмәт булайыҡ
19 Июль 2022, 16:30

Тыуымды нисек арттырырға?

Халыҡ сәләмәтлеге мәсьәләһе көнүҙәклеген юғалтмай.

Тыуымды нисек арттырырға?Тыуымды нисек арттырырға?
Тыуымды нисек арттырырға?

Өфөлә республикабыҙҙа “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Сәләмәт киләсәк” федераль партия проектының Йәмәғәт советы ултырышы Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының “Медик” мәҙәниәт йортонда уҙғарылды. “Башҡортостан Республикаһында демография - заманса шарттарҙа көнүҙәк һорауҙар” дискуссия майҙансығында ҡатнашыусылар төбәктә “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мөһим темаларҙы тикшерҙе.

Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, республиканың медицина берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәнең модераторы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Сәләмәт киләсәк” федераль партия проекты координаторы Римма Үтәшева булды.

“Демография проблемаһын хәл итеү Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостан дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше булып тора, – тине тәбрикләү сығышында Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, илебеҙ  халыҡтарының һаулығы – беҙҙең юғары милли өҫтөнлөктә. Был өҫтөнлөк менән яңыртылған Конституцияның барлыҡ положениеһы билдәләнә: ғаиләне яҡлау, бала тәрбиәләүҙә ата-әсәнең өлөшө, социаль гарантияларҙы нығытыу, иҡтисадты, мәғрифты, мәҙәниәтте үҫтереү тураһында”.

Кәңәшмәлә республиканың дауалау учреждениелары менән эшләү, төбәктең бала тыуҙырыу хеҙмәте өсөн Башҡортостан дәүләт медицина университетының белгестәрен уҡытыу, тармаҡҡа башҡа кадрҙар әҙерләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

- “Демография” һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттары – 12 проект араһында иң әһәмиәтлеләре, - тине Римма Үтәшева. – Тап улар халҡыбыҙҙың һаулығын һәм хәүефһеҙлеген билдәләй. Шуға ла бөгөн беҙ акушер секторының проблемаларын ҡарарға тейеш. Бер кемгә лә сер түгел, ковид пандемияһы аҙ ғүмерҙәрҙе алып китмәне, халыҡ һаны кәмене. Бөгөн Рәсәйҙә 146 миллиондан аҙыраҡ кеше иҫәпләнә. Дәүләттән ҙур ярҙам булыуға ҡарамаҫтан, күп йәш ғаиләләр бала табырға ашыҡмай. Беҙгә демография сәләмәтлеге тураһында ғына түгел, репродуктив тәртип хаҡында ла һөйләү мөһим: ғаиләлә, бала тыуыу – ул байлыҡ, тип әҙерләргә кәрәк. Тыуым проблемаһын хәл итеүҙә мөһим ролде Каринэ Владимировна Хәбирова алып барған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” проекты уйнай. Ул демографияға, бала табыуға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә”.

Руслан Насретдинов үҙ сиратында Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән тыуымды күтәреүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың сәләмәт тормош алып барыу мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән төбәк программаларына туҡталды.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас