

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә медицинала импортҡа алмаш мәсьәләһенә ҡағылышлы фекерен белдерҙе.
"Ковид сикләүҙәре барышында Башҡортостан импорт әйберҙәренә бәйлелекте кәметеү буйынса ҙур тәжрибә тупланы. 2020 йылда беҙ 5,5 миллион күп тапҡыр ҡулланыла торған маска һәм бер миллиондан ашыу һаҡлау кейемдәре тектек.
Медицина сәнәғәтендә импортҡа алмаш буйынса яҡшы тәжрибә тупланған, фарминдустрияла был йәһәттән үҫеш бар. Төбәктә эшкәртелгән фармпродукция күләменең 95 проценттан ашыуын ике ҙур предприятие формалаштыра: “Микроген” фәнни-етештереү берекмәһенең "Иммунопрепарат” филиалы һәм "Фармстандарт-УфаВИТА" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Һорау алыу һөҙөмтәһендә был тармаҡҡа ярҙам итеү өсөн түбәндәгеләр кәрәклеге асыҡланды:
* медицина изделиеларын илебеҙҙә етештереүселәр өсөн өҫтәлгән хаҡҡа һалымды ҡайтарыу;
* Рәсәйҙә етештерелгән дефицит медицина әйберҙәренә дәүләт теркәүен тиҙләтеү;
* сит ил компонеттарын һәм реагентарын килтереүгә алмаш;
* техника һәм программа базаһын алмаштырыу;
Власть һәм бизнес санкция сикләүҙәрен еңеп, производство үҫешен тәьмин итә һәм медицина тармағында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итә аласаҡ.
Фото: "Башинформ".