Сәләмәт булайыҡ
20 Июль 2022, 06:30

Тотош илдәге хәл тикшереләсәк

Был хаҡта "Росздравнадзор"ҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тотош илдәге хәл тикшереләсәкТотош илдәге хәл тикшереләсәк
Тотош илдәге хәл тикшереләсәк

"Росздравнадзор"ҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, COVID-19-ҙы иҫкәртеү буйынса үткәрелгән эш кәңәшмәһендә ведомствоның төбәктәрҙәге органдарына урындағы властар менән берлектә ковидҡа ҡаршы дарыуҙарҙың, һаҡланыу сараларының барлығын, вакцинациялау пункттарының мотлаҡ һанын тәьмин итеүҙе тикшереү ҡаралған.

Был йөкләмәләрҙең үтәлешен контролгә алыу өсөн 20 июлдән "Росздравнадзор"ҙа көн һайын илдәге биш-алты төбәктәге коронавирус инфекцияһының таралыуы менән бәйле хәл тикшереләсәк, вакцинациялау пункттарының күсмә һәм стационар пункттары эше ҡараласаҡ. Бынан тыш, коллектив иммунитет, халыҡты вакцинациялау тиҙлеге һәм башҡалар хаҡында һүҙ буласаҡ.

Әйткәндәй, 19 июлгә ҡарата Башҡортостанда республикала 291,3 меңдән ашыу ковид менән сирләгән кеше асыҡланған. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, стационарҙа 103 кеше дауалана. Уларҙың күбеһе – оло йәштәгеләр. 15-е – ауыр хәлдә.

Вакцинациялауға килгәндә, Башҡортостанда ике компонентты ла 2,765 миллион кеше яһатҡан. Был – прививка яһатырға тейеш халыҡтың 111,3 проценты.

Фото: medcollege.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас