

Күптән түгел, Рәсәй халҡын таң ҡалдырып, тәрән ҡайғыға һалып, яҡташыбыҙ, легендар артист Юрий Шатунов 48 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсте. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, ул “Ашығыс ярҙам” машинаһында инфаркттан вафат булған.
Сәләмәтлек тураһында телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы Елена Малышева әйтеүенсә, йәш ирҙәрҙең йөрәк инфарктынан һәләк булыуы һирәк күренеш түгел, әммә был хәүефле эҙемтәләрҙән һаҡланырға мөмкин булыр ине. Кеше үҙенең ҡанындағы холестерин кимәлен күҙәтергә, күпме булыуын белергә тейеш. Был органик берләшмәнең юғары кимәле сәләмәтлек өсөн хәүефле, медицинала ул “нәҫелдән килгән гиперхолестеринемия” тип атала. Кеше бауыры ҙур күләмдә холестерин эшләп сығара, әммә был хәл үҙен һиҙҙермәй. Уны осраҡлы рәүештә ҡан анализында асыҡларға мөмкин. Юғары холестерин эҙемтәһе – инфаркт йә иһә инсульт, ти табип. Кеше көтмәгәндә кинәт һәләк була, хатта үҙен һау-сәләмәт тип иҫәпләгән осраҡта ла. Елена Малышева әйтеүенсә, йыл һайын холестеринға анализ биреү, юғары күрһәткестәрҙе контролдә тотоу бәләнән аралаясаҡ. Шулай уҡ ата-әсәһе йәшләй генә инфаркттан йәки инсульттан вафат булған балаларҙың һаулығына иғтибарлы булырға, уларҙы ваҡытында дауаларға кәрәк. Үҙҙәрен һау-сәләмәт тойған кешеләр ҙә йылына бер тапҡыр анализ бирергә тейеш, тип иҫәпләй табип.
Холестерин – организмда мөһим төҙөлөш материалы, ул күҙәнәктәр, гормондар, Д витамины, нервы туҡымаһын барлыҡҡа килтереүгә тотонола. Уның өстән ике өлөшө организмда барлыҡҡа килә, бер өлөшө аҙыҡ-түлек менән инә. Ҡандағы холестерин нормаһы – 3,2–5,0 ммоль/литр. Бынан да артыҡ булһа, ул ҡан тамырҙарында атеросклеротик төйөрсөктәр рәүешендә туплана. Был йөрәк артериялары тарайыуына һәм кислород етешмәүенә килтерә. Стенокардия барлыҡҡа килә, ауыр хәлдәрҙә миокард инфарктына килтерә. Хәтер насарая, аяҡ тамырҙары тарая, кеше аҡһап атлай башлай, хәлдең гангрена менән тамамланыуы ихтимал.
Холестерин кимәлен түбәнәйтеү өсөн физик әүҙемлекте арттырыр, кәүҙә ауырлығын нормаға килтерер кәрәк. Ғүмер буйы диета һаҡлау мотлаҡ, тәмәке тартмағыҙ. Холестерин кимәлен кәметкән дарыуҙарҙы табип кәңәше менән ҡулланығыҙ. Ошо аҙыҡтарҙан баш тартырға кәрәк: мал майы, аҡ май, майлылығы юғары булған ҡаймаҡ, ҡаты маргарин, ҡуйы һөт, колбаса, бекон, ыҫланған ит, тауыҡ ите тиреһе, торт, пирожный, шоколад, пицца, хотдог, чипсы, туңдырма.
Артыҡ һимеҙ булмаған ҡош-ҡорт итен, майлылығы аҙ булған һөт аҙыҡтарын, сыр һәм йомшаҡ маргаринды файҙаланырға ярай. Йәшелсә, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәр, бәшмәк, көрпәле ондан бешерелгән икмәк, үҫемлек майҙары – һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына.
Динә АРЫҪЛАНОВА