Сәләмәт булайыҡ
22 Июль 2022, 10:31

Иң файҙалыһы – көрпәле икмәк

klenmarket.ruklenmarket.ru
Фото:klenmarket.ru

“Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре икмәк-ҡалас һәм он-ярма ризыҡтарының сифатын тикшерҙе. Һөҙөмтәлә тикшереүгә алынған аҙыҡтың 6,1 процентының – физик-химик, 1,6 процентының микробиологик күрһәткестәр буйынса талаптарға яуап бирмәгәне асыҡланған.

Санитария табиптары аңлатыуынса, һәр икмәктә аҡһым, углевод һәм күп миҡдарҙа В төркөмөнә ҡараған витаминдар булырға тейеш. Икмәктә шулай уҡ калий, фосфор, магний, бер аҙ миҡдарҙа натрий, кальций, хлор һәм башҡа микроэлементтар бар. Физиологик яҡтан тулы ҡиммәтлеһе –көрпәле ондан бешерелгән икмәк. Витаминдар иң күп тупланған икмәк – эре итеп тарттырылған ондан бешерелгәне. Ондоң сорты ни тиклем юғарыраҡ, ул шул тиклем ентеклерәк таҙартыла, минералдарҙан, В төркөмө витаминдарынан һәм токоферолдан арындырыла.

Икмәктең энергетик ҡиммәте менән хәл киреһенсә, ондоң сорты ни тиклем юғарыраҡ, ул да шунса күберәк. Икмәк һайлағанда аҡһым, үҫемлек һәм минераль өҫтәмәләр менән байытылғанын һатып алырға тырышығыҙ. Өҫтәмәләр тәбиғи булһа, мәҫәлән, киптерелгән һөт йәки эремсек һыуы ҡушылһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас