Сәләмәт булайыҡ
22 Июль 2022, 12:50

Әлегә башҡа бер төбәктә лә тормошҡа ашырылмай

Рәсәй Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалым буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Наталья Орлова эш сәфәре менән Башҡортостанда булды.

Әлегә башҡа бер төбәктә лә тормошҡа ашырылмайӘлегә башҡа бер төбәктә лә тормошҡа ашырылмай
Әлегә башҡа бер төбәктә лә тормошҡа ашырылмай

Партия Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе беренсе урынбаҫары – Финанс-хужалыҡ тәьмин итеүе идаралығы етәксеһе (йәмәғәт башланғыстарында), Рәсәй Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалым буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Наталья Орлова эш сәфәре менән Башҡортостанда булды.

Депутат эш сәфәре сиктәрендә Респуублика кардилогия үҙәгендә лә булды, унда хроник йөрәк сире менән йонсоған ауырыуҙарҙы дистанцияла күҙәтеү пилот проекты тормошҡа ашырыла. Проекттың арауыҡ-ара йомғаҡтарын яһау буйынса кәңәшмәлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина, Өфөләге медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Нефтекама, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ дауалау ойошмалары кәңәшмәлә видеобәйләнеш аша ҡатнашты.

Проектты кардиоүҙәктең әйҙәүсе белгестәре әҙерләне һәм быйыл яҙ медицина ойошмаһына сәфәрендә Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орловаға күрһәткәйне. Проект эшләһен өсөн депутат ярҙам күрһәтте.

“Пациенттарҙы онлайн режимда күҙәтәбеҙ. Проектта 200 кеше ҡатнаша. Уларҙың яртыһы - хроник йөрәк сире менән яфаланғандар һәм 100-ө - контроль төркөм. Пациенттар һәр көн, һәр сәғәт үҙҙәренең Наталья Алексеевна Орлова һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында тәьмин ителгән гаджеттарынан участка терапевына мәғлүмәттәр бирә”, - тине кардиоүҙәктең баш табибы Ирина Николаева.

Медицина ойошмаларынан биш ойошма - Өфөләге 5-се, 13-сө, Нефтекама ҡала дауаханаһы, Октябрьскийҙан 1-се һәм Стәрлетамаҡтан 2-се дауаханалар ҡатнаша. Куратор – Республика кардиология үҙәге.

“Был проект уникаль һәм Башҡортостандан башҡа бер ҡайҙа ла тормошҡа ашырылмай. Пациенттар даими медицина күҙәтеүендә. Был проблемаларҙы ваҡытында асыҡларға һәм ҡатмарлыҡтарҙың артыуын һиҙелерлек кәметергә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәләр тураһында әйтеүе иртәрәк, старттан һуң өс ай ғына үтте. Йыл аҙағында беренсе һөҙөмтәләр булғас, тәжрибәне башҡа төбәктәргә, бәлки, федераль кимәлгә тапшырыу тураһында уйлай башлаясаҡбыҙ”, - тине Наталья Орлова.

Фото: bashkortostan.er.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас