Сәләмәт булайыҡ
22 Июль 2022, 10:28

Ҡәһүәне кемдәр эсә?

autogear.ruautogear.ru
Фото:autogear.ru

Тормошҡа ышаныс, өмөт менән ҡарағандар, йәғни оптимистар, ҡәһүә эсергә әүәҫ, тип әйтергә яраталар. Күптәр өсөн ул “иртә”, ”көн башланды, уян!” төшөнсәһе менән бер. Ә йоҡонан уяныу менән ҡәһүә эсергә тотоноу яраймы ни?

Был эсемлектең файҙаһы тура­һында бәхәсләшеүҙәр әлегәсә тынмай, шулай ҙа “алтын урта­лыҡты” табырға була. Бөтә донъяла танылыу алған эсемлеккә ғалимдар­ҙың да иғтибары ҙур. Уларҙың фе­ке­ренсә, ҡәһүә үҙәк нервы систе­ма­һына “тәбиғи будильник” кеүек тәьҫир итә, шуға күрә беҙ бер сы­наяҡ “экспрессо” эсеү менән тиҙе­рәк уянып, дәрт, күтәренке күңел менән яңы көндө башлайбыҙ.

Ғалимдар фекеренсә, ҡәһүә мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, арыуҙы кәметә, эшкә һәләтлелекте һәм физик әүҙемлекте арттыра. Уның орлоҡтары антиоксидант тәьҫиренә эйә. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, өлкәндәр ҡәһүәне самалап эскәндә зиһен, аҡыл асыҡлығын һаҡлаясаҡ, ул Альцгеймер һәм Паркинсон сирҙәре хәүефен кәметәсәк. Эпидемиологтар был эсемлектең бауыр сирҙәре үҫешен кәметеүен дә иҫбатлаған.

Эсемлектең файҙалы яҡтары ифрат күплеген белдек тә ул, тик уны сәләмәтлеккә зарар килтермәү өсөн нисек дөрөҫ ҡулланырға?

Ҡайнар ҡәһүәне  ас көйөнә эсеү ашҡаҙан тиресәһен ҡуҙғытыуы, ашҡаҙан әселеген арттырыуы мөмкин. Уға һөт өҫтәһәгеҙ, яҡшы­раҡ булыр.  Ғөмүмән, әселеге юға­ры булғандарға көндө иртән аша­маған көйөнә  ҡәһүәнән баш­ларға кәңәш итмәйбеҙ. Аҡһымға, майҙар­ға, ҡатмарлы углеводтарға бай иртәнге аш эргәһендә бер сынаяҡ сифатлы ҡәһүә булыуы бик яҡшы!

Белгестәр әйтеүенсә, бер йотом ҡәһүә кәйефте күтәрә, ҡан әйлә­нешен яҡшырта. Был эсемлектең тағы ла беҙ белмәгән әллә күпме файҙалы яҡтары бар икән – организмды йәшәртә, холестериндың төйөрләнеүенә ҡаршылыҡ күрһәтә, майҙарҙы тарҡата, матдәләр алмашыныуын, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта... Тик һәр нәмәлә сама кәрәк булған кеүек, ҡәһүә эсеүҙең дә тәртибе бар. Көнөнә ике-дүрт сынаяҡ эсеү бары файҙаға ғына, ә эсемлек менән артыҡ мауығыу, киреһенсә, организм эшмәкәрлеген боҙоуы ихтимал.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас