Сәләмәт булайыҡ
22 Июль 2022, 08:45

Яңы вакцинаға ышаныс ҙур

“Конвасэл” мутация тыуҙырмаясаҡ.

m24.rum24.ru
Фото:m24.ru

Петербургтағы ғилми институттарҙың береһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы етештерелгән яңы “Конвасэл” вакцинаһын оҙаҡламай 60 йәштән өлкәндәр өсөн дә ҡулланасаҡтар. Клиник тикшереүҙәрҙең өсөнсө этабы йәй аҙағында тамамлана. Иммунологтар әйтеүенсә, был препаратҡа ышаныс ҙур.

Табип, аллерголог-иммунолог Владимир Болибок был хәлде шулай аңлата:

– Бөтә донъяла коронави­русҡа бәйле хәл борсолоу тыу­ҙыра. Вакцина ҡаҙатҡандан һуң  иммунитет вирус эсендәге “сәнскәк”тәргә ҡаршы торасаҡ, – ти табип. Уның фекеренсә, был “сәнскәк”те ҡатын-ҡыҙҙың прическаһы менән сағышты­рырға мөмкин. “Бөгөн ул – блондинка, иртәгәһенә – брюнетка, бер көндә сәстәрен үрһә, иртәгәһенә бөҙрәләтеүе йәки ҡырҡтырыуы ихтимал. Варианттар күп, тик Маша Иванова һаман да Маша Иванова булып ҡала, бары прическаһы ғына төрлө ваҡытта төрлөсә. Ә бына N-протеин нигеҙендә эшләнгән “Конвасэл” тик торғанда мутация тыуҙырмаясаҡ, әгәр ҙә мутация барлыҡҡа килһә, вирус йәшәүгә һәләтлеген юғалтасаҡ һәм артабан таралмаясаҡ. Иммунитет N-протеинға ҡаршы тотороҡло буласаҡ”.

Табип әйтеүенсә, иң мөһим бурыс – күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килһен өсөн, иммун системаһы күҙәнәктәрен вакци­нацияларға мәжбүр итеү. Айырма бына нимәлә – һаҡлаусы аҡ­һым­дар, антиесемдәр енә­йәт­сенең “фоторобот”ын хәтер­ләтә. Паригын алмаштырып, мыйы­ғын йәбештерһә, уны фото буйынса бер кем дә таный ал­маясаҡ. Шулай итеп, вирус ан­тиесем­дәрҙе урап үтә. Ә күҙәнәк­тәр иммунитеты – ысын мәғәнә­һен­дә “ҡораллы һаҡсы”. Уны шунда уҡ танымаһалар ҙа, “һаҡсы” барыбер “дош­ман”ды туҡтатасаҡ.

Шуға күрә вакцина ярҙамын­да күҙәнәктәр иммунитетын нығытыу бик мөһим. Өҫтәүенә коронавирустың яңы штамдары, мутациялар уның өсөн ҡурҡы­ныс түгел. Тимәк, прививканан һуң бындай кеше, коронавирус йоҡторһа ла, сирләмәйәсәк тигән һүҙ. Иммун системаһы вирусҡа организмға  тәрәнгә инергә мөмкинлек бирмәйәсәк.

Ғалимдар “Конвасэл” вак­цина­һын етештереү өсөн сит ил сеймалын ҡулланыуҙы кәме­тергә йәки тулыһынса унан баш тартырға уйлай. Яңы препаратты ике тапҡыр 21 көнлөк ваҡыт арауығы менән яһаясаҡтар.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас