

Ҡолсора ауылында йәшәгән 82 йәшлек Фәрит Баязитов үҙ ҡулдары менән "фитомискә" эшләгән. Уны ул ҡарағайҙан эшләп мунсаһының соланына ултыртҡан. Һәм мунса төшкән һайын төрлө шифалы үләндәрҙе төнәтеп, шуның боҫонда ултыра.
-Бынан бер нисә йыл элек бер журналда ошо турала уҡыным һәм үҙем дә эшләргә дәрт иттем. Элек ололар ер быуында, мискәлә үлән төнәтеп шунда ятҡандарын да белә инем. Яҙ етеү менән төрлө үләндәр йыйып киптерәбеҙ ҙә йыл буйына рәхәтләнеп дауаланып сығабыҙ. Ошо бәләкәй бидонды йылытҡыс аҫтына ултыртып, эсенә төрлө үләндәр һалып ҡайнатырға кәрәк. Махсус шланг аша быу мискәгә бөркөлә һәм уның дауаһы бар организмға тарала. Бер ниндәй ҡиммәтле дауаханалар ҙа кәрәкмәй. Бар дауа үҙеңдә һәм аяҡ аҫтындағы үләндәрҙә, - ти Ҡолсора уҙаманы. - Фитомискәне ҡуллана башлау менән йәшәреп киттем, сәләмәтлегем дә яҡшырҙы.
Бәлки һеҙ ҙә Фәрит Әғзәм улы кеүек "фитомискә" эшләп алырһығыҙ...
Автор фотоһы.