Сәләмәт булайыҡ
26 Июль 2022, 15:30

Яңы ФАП асылды

Ул Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһына ҡарай.

Яңы ФАП асылдыЯңы ФАП асылды
Яңы ФАП асылды

Бөгөн Өфө районында Лекарев фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул 21-се ҡала клиник дауаханаһына ҡарай. Пункт “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсе медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһы үҫеше” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы булдырылды.

21-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Ринат Нагаев Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренә, саҡырылған ҡунаҡтарға яңы медицина ойошмаһын күрһәтте. 65 квадрат метр майҙанда барыһы ла – ҡабул итеү, процедуралар, хеҙмәткәрҙәр бүлмәләре бар. Артабан бында дарыу препараттарын берәмтәләп сауҙа итеү ойоштороласаҡ.

"Ауылда шәхси торлаҡ төҙөлә, яҡындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендәге йорттарға йәшәргә күсәләр. Әлеге ваҡытта медицина ярҙамын күрһәтеүгә теркәлгән 114 кеше бар", - тип бедерҙе баш табип.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты өсөн ер участкаһы бүленгән, коммуникациялар үткәрелгән, биләмә ипкә килтерелгән һәм башҡа эштәр атҡарылған. Был – Өфө районындағы һигеҙенсе ФАП. Һуңғы биш йылда 12 яңы медицина ойошмаһы асылды.

Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас