

Буҙа - халҡыбыҙҙың яратып ҡулланған милли эсемлектәренең береһе. Уны күптән инде һәр ауылдың иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙары ҡоя, кемдер сәләмәтлеге буйынса уны ҡулланһа, икенселәре һатыуға ла етештерә.
Ә бына Фәрхәнә Иҫәндәүләтованы беҙ күптән түгел Баймаҡ районында үткән "Ер ҡото" этномәҙәни фестивалендә осраттыҡ. Фәрхәнә Мират ҡыҙы үҙе әҙерләгән ризыҡтарҙан бик бай күргәҙмә алып сыҡҡан. Күпереп торған тәмле буҙалары "һә" тигәнсә һатылып та бөттө. Көлдә генә күмеп бешергән көлсә, күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге лә хужабикәнең аш-һыуға бигерәк тә маһир булыуын һөйләй.
Шулай ҙа Йомаш ағинәйенән буҙа ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Мин буҙаны башҡалар кеүек геркулес бутҡаһынан түгел, ә туҡ һолонан ҡоям. Башта уны елгәреп алам, аҙаҡ йыуып киптерәм. Артабан ем онтай торған (дробилка) ҡоролмаға һалып онтайым. Шунан уны болғай-болғай быҡтырам, бутҡа кеүек бешерәм. Аҙаҡ уны бер аҙ һыуытырға ҡуям. Һөҙөп алғас, кемдер магазин ҡаймағы һала, ә мин һарыҡ малының туҡ эс майын ҡушам. Алдан әҙерләгән "баш"ты (буҙа өсөн әсетке кеүек алдан туңдырғыста һаҡлана) ҡойоп, бер аҙ ултыртып ҡоям. Аҙаҡ буҙам күпереп тора, тәмле лә була. Иң мөһиме - шифалы, - ти Фәрхәнә Мират ҡыҙы.
Әйткәндәй, һөҙөп алған ҡалдығын күптәр ташлай, ә ул уны рәхәтләнеп һоло бутҡаһы булараҡ ҡулланам, тине.
Һеҙ буҙа яратаһығыҙмы, уны нисек эшләйһегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең рецептарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Автор фотоһы.