Сәләмәт булайыҡ
28 Июль 2022, 09:00

Балаларҙың аяҡҡа баҫыуы шатлыҡлы!

Стәрлетамаҡта ребилитация курсынан һуң инвалид бала атлай башлаған

Балаларҙың аяҡҡа баҫыуы шатлыҡлы!Балаларҙың аяҡҡа баҫыуы шатлыҡлы!
Балаларҙың аяҡҡа баҫыуы шатлыҡлы!

 

Өс йәшлек Влад Тарасов тыуғандан алып генетик ауырыу – Лежен синдромы менән сирләй. 2021 йылдың мартынан Влад  «Сделать ШАГ» исемле инвалид балалар өсөн физкультура–һауыҡтырыу үҙәгенә, адаптив физкультура дәрестәренә даими йөрөй. Бығаса ул  йөрөй ҙә, баҫып тора ла  алмай, бары тик ултыра һәм шыуыша ғына. Үҙәктә аҙаҡҡы ике аҙналыҡ  реабилитация курсынан һуң ул тәүге аҙымдарын яһай. Уның әсәһе Эльвира үҙәктең белгестәренә рәхмәтле булыуын белдерҙе.

Балаһы өсөн дәрестәрҙең һуңғы ике аҙнаһы бушлай була, был иһә үҙәктең быйыл Президент грантын отоуы  һәм үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте өсөн түләүҙе ата-әсәләр ярҙамын ҡулланмай,  федераль финанслау иҫәбенә башҡарыу мөмкинлеге менән бәйле.

Реабилитация “Бейеклектәрҙе яулау” проекты сиктәрендә уҙғарыла, уның сиктәрендә Стәрлетамаҡтан һәм Стәрлетамаҡ районынан 1,5 йәштән алып 15 йәшкә тиклем һаулыҡ мөмкинлеге сикле 40 бала быйыл февралдән ноябргә тиклем 1600 комплекслы реабилитация дәрестәрен үтәсәк. Балалар ысынлап та үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә. Улар бары тик хеҙмәт һәм үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙең яҡшы һөҙөмтә биреүен  үҙҙәренә һәм донъяға дәлилләне.

 “Беҙ балалар һәм ата-әсәләр менән  һәр алға китеш өсөн шатланабыҙ һәм  дәрестәр курсы ойоштороуҙың  бөтә мөмкинлектәренә лә  тотонорға әҙербеҙ, бигерәк тә ул бушлай булһа. ДЦП диагнозы, терәк-хәрәкәт проблемалары булған балаларға даими реабилитация талап ителә, ә дәрестәрҙе ҡала һәм төбәктән сыҡмай ғына Президент гранты фонды ярҙамы менән уҙғарыу – ата-әсәләр өсөн  бәхет!” –тине үҙәктең директоры, проект етәксеһе Виктория Жигалина.

 Грант ярҙамы менән тағы ла һөҙөмтәлерәк дәрестәр өсөн махсус ҡормалдар һатып алынған: аҫылмалы бәүелгестәр, йомшаҡ модулдәр, интерактив иҙән, ауырайтылған жилет.

  Проект комплекслы саралар уҙғарыуға йүнәлтелгән: яңы хәрәкәт оҫталыҡтарын үҙләштереү һәм дөйөм физик сәләмәтлекте нығытыу, адаптация һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу, логопед һәм психолог менән дәрестәр.

Был проекттың әһәмиәте иң мөһим  эксперттар - ата-әсәләрҙең фекерҙәрендә сағыла. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Данирҙың әсәһе, Рима Ибраһимова бына нимәләр һөйләне:

“Улымдың һигеҙ йыл тергеҙелеүе осоронда ябай булмаған диагноз - ДЦП менән  беҙ күп үҙәктәр һәм белгестәрҙе үттек. Минең төп маҡсатым – һеҙгә дөрөҫөн еткереү, быға мин алты йылдан һуң килдем... Ҡайҙа ғына реабилитация үтһәгеҙ ҙә – 2-3 аҙна унда булыуығыҙҙан ҡайтыу менән һөҙөмтә ҡыҫҡа ваҡытлы буласаҡ.  Иң яҡшы сараһы – үҙегеҙҙең ҡалала йәки эргәһендә үҙәк табыу. Был һеҙҙең өмөтөгөҙ! Был үҙәккә тотонорға һәм унан сыҡмаҫҡа, балағыҙ өсөн шәхси дәрестәр расписаниеһы төҙөргә кәрәк. Иң мөһиме – һәр  ваҡыт реабилитацияла, хәрәкәттә, тонуста булыу. Беҙҙең ҡалала терәк-таяныс проблемалары булған балалар өсөн ул -  "Сделать ШАГ" үҙәге. Был үҙәккә беҙ асылғандан алып, 2019 йылдың ноябренән йөрөйбөҙ. Өс аҙна интенсив һәм бер аҙна ял, өс аҙна дәрестәр һәм тағы бер аҙна ял. Операцияларҙан һуң тергеҙелеүҙәр тап ошонда булды. Ике аҙнанан һөҙөмтә күренә башланы. Нигеҙ һалыусыларға һәм белгестәргә рәхмәт! Балаларҙың мөғжизәле һөҙөмтәләре күҙ алдында.  Ошо үҙәк арҡаһында улым 6 йәшендә ултырҙы, минең күҙ алдында Милана йөрөй башланы,  Тимур һәм Влад тәүге аҙымдарын яһай. Был бик яҡшы һөҙөмтәләр.”

Үҙәккә республиканың төрлө райондарынан балалар килә ала. 

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас