Сәләмәт булайыҡ
29 Июль 2022, 14:00

300 мең доза вакцина килтерелде

"Барыһына ла етәсәк".

300 мең доза вакцина килтерелде300 мең доза вакцина килтерелде
300 мең доза вакцина килтерелде

Башҡортостанға “Спутник V” вакцинаһының яңы партияһы килтерелде – 300 мең доза. Был хаҡта Республиканың СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм көрәш буйынса үҙәге баш табибы Рафаэль Япаров хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, барыһына ла вакцина етәсәк, тейешле кимәлдә килтерелгән.

Эксперттың аңлатыуынса, COVID-19 менән сирләү осраҡтары арта, ошондай шарттарҙа берҙән-бер дөрөҫ ҡарар – быға тиклем вакцина яһатмағандарға уны эшләтеү, сирләгәндәргә йәки ярты йылдан ашыу прививка эшләткәндәргә ревакцинация яһатыу. Ул һаҡланыуға, шул иҫәптән коронавирустың яңы штамдарынан да, сирҙең йоғоуы осрағында еңел ауырыуҙы тәьмин итеүгә булышлыҡ ҡыла.

Рәсәйҙә етештерелгән һәр вакцина менән вакцинация һәм ревакцинация үткәрергә мөмкин. Рафаэль Япаров “Спутник V” прививкаһы һөҙөмтәһенең бихисап ғилми тикшереүҙәр менән иҫбатланғанлығы тураһында белдергән.

- “Спутник” вакцинаһы үлем осраҡтарын һәм коронавирус инфекцияһын ауыр үткәреүҙе кәметә. Хәүеф төркөмөнә ингәндәргә, хроник, йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты һәм башҡа сирлеләргә вакцинация айырыуса тәҡдим ителә, - тип белдергән эксперт.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре ревакцинация өсөн “Спутника V” прививкаһының беренсе компонентын, “Спутник Лайт” кеүекте файҙаланырға тәҡдим итә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло сирҙәр буйынса баш штаттан тыш белгесе Владимир Чуланов: “Спутник V”, “Cпутник Лайт” һәм “Спутник М” вакцина препараттарының хәүефһеҙлеге, һөҙөмтәлелеге буйынса мәғлүмәттәр күп”, - тип белдергән.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас