

Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова Өфө ҡалаһы медицина ойошмаларының терапевт профилле махсуслашҡан медицина ярҙамы бригадаларын ҡарауҙа ҡатнашты.
Сара республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе диквидациялау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, 2022 йылда һыу объекттарында кешеләр хәүефһеҙлеге өлкәһендә төп саралар планына ярашлы үткәрелде. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәрҙең тәбиғәт һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, бөтөрөү буйынса бурыстарҙы атҡарыуы тикшерелде.
Сара Республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә ойошторолдо.
Фото: health.bashkortostan.ru/pres