Сәләмәт булайыҡ
1 Август 2022, 07:00

Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы, быҡтырырғамы?

Билдәле табип Регина доктор был хаҡта нимә ти? 

Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы, быҡтырырғамы?Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы, быҡтырырғамы?
Бешерергәме, ҡыҙҙырырғамы, быҡтырырғамы?

Аҙыҡты нисек әҙерләргә яратаһығыҙ?
Билдәле табип, блогер Регина доктор, аҙыҡ-түлектәге файҙалы матдәләр яҡшы үҙләштерелһен өсөн, уны дөрөҫ әҙерләргә кәрәк, тип белдерә. Ҡыҙҙырғанда акриламид тигән матдә 120 градуста уҡ барлыҡҡа килә икән. Ә ҡыҙған табала - 300 градус. Акриломид канцерогенлы матдәләр исемлегенә ингән. Шуға ла ашты бешереү ысулына ҡарап файҙаһы ла билдәләнә. Мәҫәлән, тауыҡ итен ҡайнатып бешерәһегеҙ икән – ул диетик аҙыҡ тип иҫәпләнә, ә маринадлап ҡыҙҙырылған тауыҡ зыянлы. Торт кеүек үк, ул да калориялы, һимереүгә килтерә.

Ябығам тиһәгеҙ, ҡыҙҙырылған аҙыҡты быҡтырылғанға, ҡайнатылғанға алыштырығыҙ. Һөҙөмтәлә бауыр ҙа, үт ҡыуығы ла яҡшыраҡ эшләй башлар. Шулай уҡ кардиологтар ҙа ҡыҙҙырылған аҙыҡ йөрәккә зыянлы, тип белдерә. Башлыса мультибешергестә ҡайнатып, мейестә ҡапҡасын ябып быҡтырылған ит ризыҡтары, йәшелсәләргә өҫтөнлөк биреү файҙалы. Йомортҡанан омлет та дөрөҫ әҙерләнгән аҙыҡ иҫәпләнә, сөнки парҙа әҙерләнһә, аҡһым яҡшыраҡ үҙләштерелә икән. Шулай ҙа Регина доктор, һирәкләп, аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына ризыҡты ҡыҙҙырып ашарға мөмкин, әммә дөгө майына өҫтөнлөк бирегеҙ, ти.

Табиптың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, һау-сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

Фото pixаbay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас