Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Август , 19:00

Әле ваҡыт бар!

Мәкерле сирҙең яңы тулҡыны ҡасан килеп етер? 

Әле ваҡыт бар!
Әле ваҡыт бар!

Әле тыныс ҡына йөрөһәк тә, сентябрҙә коронавирус менән сирләү осраҡтары артыр һәм яңы тулҡын килер тип көтөлә. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Уның белдереүенсә, республика кешеләренең яңы тулҡынға әҙерләнер өсөн өс-дүрт аҙна ваҡыты бар. Ул ошо арала вакцинация һәм ревакцинация үтергә кәңәш итә.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, бөгөн республикала коронавирус буйынса хәл тотороҡло булып ҡала килә. 1 авгусҡа ҡарата был сир менән 108 пациент дауаханаларҙа көрәшә, 363 кеше өйөндә дауалана. Инфекцияның таралыу коэффициенты 1,3 тәшкил итә. Федераль мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы ете көндәге үҫеш 26 процент тәшкил иткән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 29 августа вакцинация һәм ревакцинация барышы тураһында хәбәр итергә ҡушты.

Фото: gubdaily.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в