Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Август , 21:30

Тағы битлек кейербеҙме?

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак нимә ти? 

Тағы битлек кейербеҙме?
Тағы битлек кейербеҙме?

Бөгөн һәммәһен дә борсоған мәсьәләләрҙең береһе – коронавирус менән бәйле хәл. Илдең, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, “Роспотребнадзор” халыҡҡа вакцинация, ревакцинация үтергә өндәй. Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак яуап бирҙе.

Республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары арта, әммә критик хәлдә түгел. Ковидтың яңы тулҡынының сентябрҙә көтөлөүе хаҡында белдерҙе ведомство етәксеһе. “Битлек кейергә тәҡдим итәсәкбеҙ”, - тине Анна Казак.

Һүҙ вакцинация һәм ревакцинация тураһында ла булды. “Кешенең иммунитеты сәләмәтлек, генетика, физиология торошона бәйле. Шуға һәммәһенә лә йыл эсендә ревакцинация яһатырға тигән берҙәм рекомендация бирә алмайбыҙ – антиесемдәрҙең эшләү спецификаһы бар. Ул һәр кем өсөн шәхсән. Пандемияның өс йылы эсендә иммунизация сроктары буйынса аныҡ инструкция яҙыуы ауыр. Эйе, унда бер йыл эсендә тип яҙылған. Беҙҙең тәҡдим – ярты йыл”, - тине Анна Казак.

Автор фотолары.

Тағы битлек кейербеҙме?
Тағы битлек кейербеҙме?
Тағы битлек кейербеҙме?
Тағы битлек кейербеҙме?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в