Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Август , 09:00

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн

Реабилитация үҙәге Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Ишембай муниципаль райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡала округы  биләмәләрендә йәшәгән балаларҙы хеҙмәтләндерәсәк

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн

Стәрлебаш районында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге асылды. Ул Күмертау ҡалаһы реабилитация үҙәгенең структур подразделениеһы  булып тора, күп профилле реабилитация дауалау-иҫкәртеү учреждениеһы булараҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға социаль-медицина, социаль-педагогик һәм психологик ярҙам күрһәтә. Үҙәк Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Ишембай муниципаль райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡала округы  биләмәләрендә йәшәгән балаларҙы хеҙмәтләндерәсәк. Стәрлебаш районындағы филиалда 2022 йылда 263 бала реабилитация үтәсәк. Графикка ярашлы 14 көнлөк 19 заезд ойошторола. Быға тиклем учреждение 20 урынға ғына иҫәпләнгәйне. Ошо йылдың яртыһында бында  138 бала  дауаланды, төрлө социаль ярҙам алды.

  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 12 октябрендә Стәрлебаш районына эш сәфәре һөҙөмтәһендә үҙәк район дауаханаһының элекке поликлиника бинаһын капиталь ремонтлау һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге итеп үҙгәртеү ҡарары ҡабул ителгәйне. Был  бурысты атҡарыу өсөн республика Хөкүмәте, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә капиталь ремонтҡа финанс средстволары бүлеү буйынса ҙур эш башҡарылды, проект-смета документацияһы әҙерләнде. Бер ҡатлы бина элек Стәрлебаш ауылының ситендә ине. Социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр бинаның беренсе ҡатында  урынлашҡан булған, дөйөм майҙаны санитар-эпидемиологик талаптарға  яуап бирмәгәнлектән, ремонтты башҡарыу маҡсатҡа ярашлы түгел тип табылған.

 Яңы бина Стәрлебаштың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, бөтә социаль объекттар ҙа яҡын. Филиалға яңы реабилитация  ҡорамалдары һәм йыһаздар алынған.

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в