Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Август , 16:45

33 кеше был ауырыуҙы еңеп сыҡҡан

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаулығығыҙға һаҡсыл ҡарағыҙ

33 кеше был ауырыуҙы еңеп сыҡҡан
33 кеше был ауырыуҙы еңеп сыҡҡан

4 авгусҡа Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең 91 осрағы теркәлде, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Стационар дауаланыуҙа – 135 кеше, шул иҫәптән 79-ы – 60 йәштән өлкән. 21 кеше ауыр хәлдә, өс пациент яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. 452 кеше өйөндә дауалана, уларҙың 131-е – оло йәштәгеләр.

Үткән тәүлектә 33 кеше был ауырыуҙы еңеп сыҡҡан, ковидтан үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Үткән тәүлектә Башҡортостанда 10 755 кеше вакцина яһатҡан. Барлығы 3 024 491 кеше коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, 2 804 941 кеше тулыһынса прививка яһатҡан. 709 308 кеше ревакцинация үткән.

Фото: primpress.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в