Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Август , 14:00

Битлектәргә хаҡ артырмы?

Көҙ яҡынлашҡан һайын, коронавирус хәүефе лә юғарыраҡ. Асыҡланыуынса...

Битлектәргә хаҡ артырмы?
Битлектәргә хаҡ артырмы?

Wildberries маркетплейсы мәғлүмәттәре буйынса, июлдә Рәсәйҙә бер тапҡыр ҡуллана торған медицина битлектәрен һатыу 2,2 тапҡырға артҡан.

Шулай уҡ антисептиктарҙы июль башы менән сағыштырғанда 80%,  күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәрҙе 17% күберәк һатып алғандар.

Кешеләр 50-100 дана һалынған битлек ҡаптарына өҫтөнлөк бирә. Бер дана битлектең уртаса хаҡы 1,3 һум тәшкил итә –  был һуңғы өс йылда минималь күрһәткес, тип асыҡлыҡ индерәләр компанияла.

Мәғлүм булыуынса,  Роспотребнадзор хәүеф янаған төркөмгә ҡараған кешеләргә йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәңәш бирҙе.

Һуңғы тәүлектәрҙә  Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары арта бара, дөйөм алғанда, ауырыу кимәле бер аҙнала 68% артҡан.

Фото: static.360tv.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в