Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Август 2022, 19:30

Сибайҙа – аҡ халатлылар!

Маҡсат – граждандарға профилактик консультация биреү, иртә хроник сирҙәрҙе асыҡлау.

Сибайҙа – аҡ халатлылар!
Сибайҙа – аҡ халатлылар!

Бөгөн Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһы Сибайҙың Балалар ижады үҙәгендә иртә менән матур көй яңғыраны. Ә бина алдында “Диспансерлаштырыу”, “Маммография”, “Флюорография”, “Вакцинация” тигән яҙыулы автобустар теҙелешкән.

Дөрөҫөрәге, бөгөн Сибай ҡалаһына күсмә “Һаулыҡ марафоны” килде. Маҡсаты – граждандарға профилактик консультация биреү, иртә хроник сирҙәрҙе асыҡлау.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгесе – Ашығыс ярҙам күрһәтеү Клиник дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова “Инфарктҡа һәм инсультҡа юҡ” тигән тема буйынса телмәр тотто, аҙаҡтан ул викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биргәндәргә приздар таратты.

Сибай халҡы, бындай файҙалы сара үткәргәндәрен өсөн, ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтле булды.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: