Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Август , 17:00

Йылы һыуҙың сихәте бар

Һыу температураһы ҙур әһәмиәткә эйә, әгәр уның һалҡын килеш бүлмә температураһында эсһәң, организм уны йылытыу өсөн энергия сарыф итәсәк: табип кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ

Йылы һыуҙың сихәте бар
Йылы һыуҙың сихәте бар

Иртәнсәк йылы һыу ҡулланыу кеше һаулығын һиҙелерлек яҡшырта ала, тип белдерә табип, ҡытай халыҡ медицинаһы буйынса эксперт Алексей Воротников.  

Таҙа йылы һыуҙы даими ҡулланыу ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарынан ҡурсалай, ти белгес. Иртәнсәк бер стакан йылы һыу эсеү организмдағы тейешле биохимик процестарҙың башланыуына булышлыҡ итә.

 – Һыу температураһы 40-50 градус булырға тейеш –  кемгә нисек оҡшай. Ошо ғәҙәтте булдырһағыҙ, оҙаҡламай аш һеңдереү, ашҡаҙан аҫты, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге  һиҙелерлек яҡшырыуын күрерһегеҙ,  –  ти табип.

Был осраҡта һыу температураһы ҙур әһәмиәткә эйә, әгәр уның һалҡын килеш бүлмә температураһында эсһәң, организм уны йылытыу өсөн энергия сарыф итәсәк.

Таҙа йылы һыу шунда уҡ ашҡаҙан аша бөйәнле эсәккә үтә һәм артабан бөтә органдарҙың эшенә этәргес бирә. Һыуға лимон һутын ҡушыуҙан баш тартыу хәйерлерәк.  Бер стакан һыуҙан һуң иртәнге ашты ашай башларға мөмкин, ти табип.

 

Фото: gdp1podolsk.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в