Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 09:35

Һанлы быуатта күҙҙе нисек һаҡларға?

contimed.ru
Фото:contimed.ru

Кешегә һанлы дәүерҙә, яңы технологиялар үҫешкән осорҙа күҙҙәрҙе һаҡлау ауырлаша. Күҙ яҫмығы бер туҡтауһыҙ мәғлүмәт буйлап йүгерә: монитор экраны, компьютер, телевизор, телефон, реклама... Тик беҙ иҫкәртеүҙе ҡабул итмәҫкә, кире ҡағырға ғәҙәтләнгәнбеҙ.

Ни өсөн транспортта барғанда уҡырға ярамай? Күҙ мускулдары, яҙыу яҡшы күренһен өсөн, һелкенеүҙе туҡтатырға тырыша. Көсөргәнеш баш ауыртыуына килтерә, мускул аппаратының һәләте лә көсһөҙләнеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә, көйләүсе “стабилизатор” ватыла, күреү көндән-көн ҡыйынлаша бара.

Насар яҡтыртылған бүлмәлә смартфонға текәлеп ултырыу ҙа аҙаҡ үҙен һиҙҙерә. Был мауығыу яҡшыға алып бармай, күреү һәләте яйлап кәмей.

Хәҙерге заман мониторҙары күҙгә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмаған кеүек булһа ла, сәғәттәр буйы улар алдында ултырырға ярамай, ти табиптар. Күҙҙәр тәбиғәте менән яҡын араға ғына түгел, ә алыҫҡа төбәлер өсөн дә яратылған. Белгестәрҙең киҫәтеү­ҙәренә ҡолаҡ һалмау арҡаһында Ер йөҙөндә 2,2 миллиард кеше күҙе насар күреүгә зар­лана. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү, табип­тарҙың кәңәштәрен инҡар итеү арҡаһында йыл да 65 миллион самаһы кеше һуҡырая!

Күҙҙәрегеҙгә көсөргәнеште бер аҙ кә­метер өсөн түбәндәге ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

l Көн барышында күҙегеҙҙе ял иттереп алығыҙ. Һәр ике-өс сәғәт һайын 10-15 минут тирәһе махсус гимнастика яһағыҙ. Күҙҙәрегеҙҙе һулға-уңға, өҫкә-аҫҡа,түңәрәк буйлап йөрөтөгөҙ. Ҡыҫҡылап алығыҙ һәм ҙур итеп асығыҙ, йомғолағыҙ, тәүҙә бер яҡын нөктәгә текәлегеҙ, аҙаҡ – иң алыҫ­тағыһына. Күҙҙәрҙе йылы ҡулдарығыҙ менән йомшаҡ ҡына итеп ыуғылағыҙ.

l Яҡтылыҡ булған бүлмәлә генә  экранға төбәлергә мөмкин. Күҙҙәр арымаһын өсөн яҡшы ял итергә, йоҡоно туйҙырырға кәрәк. Даими рәүештә йоҡо туймаһа, күреү нер­вы­һы торошона кире йоғонто яһай. Йәй көн­дә­рендә ҡояш нурҙарынан һаҡлаған күҙлек кейегеҙ, саф һауала йышыраҡ булығыҙ, ятҡан килеш китап уҡымағыҙ, А,Е һәм С витаминдарына бай аҙыҡ-түлек ҡулланығыҙ.

Офтальмологта ҡасан булғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? “ШБМНК” хәрефтәренең өсөнсө юлда уҡ аныҡ күренмәүе, томан артындағылай тойолоуы ғәжәпләндер­мәнеме? Ҡартлыҡҡа япһарырға иртә, йәшәргә лә йәшәргә... Күҙ мускулдарының көсөргәнешле эшләүе баш ауыртыуына, күреү һәләтен юғалтыуға, тормоштан йәм таба алмауға килтергәнен дә онотмағыҙ.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: