Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 09:34

Бауырҙағы яман шеште дауалап була!

Бындай заманса ҡорамал Рәсәйҙә өсәү генә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Өфө хирургтары бауырҙағы яман шеште дауалауҙың яңы ысулын үҙләштерҙе. Шештең үҫеше уға үтә түбән температура менән тәьҫир иткәндән һуң туҡтала: уның күҙәнәктәре туңа һәм һәләк була.

Операция өҫтәлендә өлкән йәштәге ҡатындың яҙмышы хәл ителә. Ул өс йыл инде бауырҙа үҫкән яман шеш менән көрәшә. Томография шунда уҡ сирҙең ике яңы усағы барлыҡҡа килгәнен асыҡлаған. Яңынан бысаҡ аҫтына ятыу ҙур хәүеф тыуҙыра, өҫтәүенә, организм хәлһеҙләнгән. Тап ошондай ауырыуҙар өсөн Башҡортостан хирургтары үҙләштергән дауалау ысулы ғүмерҙе оҙайтыуҙың тағы бер мөмкинлеге булып тора. Бауырға индерелгән өс энәнең остарындағы температура – 250 градус һыуыҡ. Хатта инструменттар процедура мәлендә боҙ менән ҡаплана. Операция бер ниндәй ауыртыуһыҙ үтә, пациент үҙ аңында ҡала.

Хирург Павел Балахнин әйтеүенсә, процедураның үҙенсәлеге – туңдырылған, һәләк булған шештең организмдан алып ташланмауында. “Организм үҙе үлгән шеш күҙәнәктәренән ҡотола, аҙаҡ тоташтырыу туҡымаһы менән ҡаплана. Өҫтәүенә, һәләк ителгән шеш күҙәнәктәренең аҡһымы организмды яман шешкә ҡаршы көрәшергә өйрәтергә һәләтле, йәғни улар вакцина һымаҡ тәьҫир итә башларға тейеш”, – тип аңлата табип.

Яңы ысулдың атамаһын да иҫтә ҡалдырайыҡ – криоабляция тип атала. Башҡортостан медицина университеты клиникаһының табиптары яңы ысулды үҙләштереүгә ихлас тотондо. Яңы онкологик операция бүлмәһе булдырыу, роботлаштырылған ангиографик ҡорамал һатып алыу тап ошондай ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе башҡарырға ярҙам итә. Бындай алдынғы заманса ҡорамал Рәсәйҙә ни бары өсәү генә. Яңы техника операцияларҙы юғары теүәллек менән башҡарырға булышлыҡ ҡыла.

Был операцияны башлар алдынан белгестәр ашығыс рәүештә консилиум йыйырға мәжбүр булған, сөнки юғары теүәллек менән эшләгән ҡорамал пациентта башҡа аппараттар күрмәгән яңы шеш усаҡтары булғанын асыҡлаған. Универсаль технология теләгән бер шешкә тәьҫир итә ала. Ул бөгөн яман шеште радикаль дауалауҙа иң перспективалы, иң хәүефһеҙ ысулдарҙың береһе һанала. Республика йәмәғәтселеге өсөн әлегә бик үҙенсәлекле һаналған операция онлайн тәртиптә лекциялар залында, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты сайтында өс сәғәт дауамында күрһәтелгән.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: