Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 19:45

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә

Медицина бригадалары алты маршрут буйынса графикка һәм планға ярашлы тораҡ пункттар буйлап хәрәкәт итә

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы  дауам итә
"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә

 

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы республикала дауам итә, унда күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар һәм маммографтар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностик үҙәктәре ҡатнаша.

Бригадалар составына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр инә.

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы республиканың барлыҡ райондарында ла үтә, уның барышында ауыл халҡының белгестәрҙән консультация алыу, медицина тикшереүе үтеү һәм беренсел медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар.

Акция башланғандан алып республикала  97 043 кеше ҡаралған. 34 797 тикшереү, шул иҫәптән 22 426 флюорография, 12 371 маммография үткәрелгән.

3 187 граждандың ҡанында глюкоза кимәленең күтәрелеүе асыҡланған, 3 900 граждандың ҡанында холестерин кимәле юғары, 5522 кеше юғары ҡан баҫымынан яфалана. 3 901 кешелә - артыҡ ауырлыҡ, 2 881пациент тәмәке тарта.

5454 социаль йәһәттән әһәмиәтле сир, шул иҫәптән 2 334 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре асыҡланған.  280 кешелә - яман шешкә, 594 кешелә - шәкәр диабетына, 20-лә туберкулезға шик бар.

Уларҙың барыһы ла артабанғы тикшереүҙәргә ебәрелгән.  Атап әйткәндә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына  - 608 кеше ебәрелгән, дауаханаға 159 кеше госпитализацияланасаҡ. 

Бригадалар алты районда графикка ярашлы эшен дауам итә:

 - Өфө маршруты Саҡмағош районында эшен тамамлай (08.08-09.08 - Йомаш ауылы, 10.08-11.08 - Аблай ауылы, 12.08 – Ҡарғалы ауылы).

 - Дыуан районында маршрут үҙ эшен дауам итә (08.08-10.08 - Новомихайловка ауылы, 11.08-12.08 - Арый ауылы).

- Нефтекама маршруты буйынса эш Ҡалтасы районында тамамлана (08.08-09.08 - Түбәнге Ҡасмаш ауылы, 10.08-11.08 - Кейебәк ауылы, 12.08-15.08 -  Яңы Килбаҡты ауылы).

 - Октябрьский маршруты Әлшәй районында эшләй башлай (08.08-10.08 -  Аксенов ауылы, 11.08-12.08 - Торонтайыш ауылы).

- Стәрлетамаҡ маршруты эшен Күгәрсен районында дауам итә (08.08-10.08-  Мораҡ ауылы, 11.08-12.08 - Исем ауылы).

- Белорет маршруты Хәйбулла районында эшләүен дауам итә (08.08-10.08- Йәнтеш ауылы, 11.08-12.08 - Ивановка ауылы).

Медицина бригадалары алты маршрут буйынса графикка һәм планға ярашлы тораҡ пункттар буйлап хәрәкәт итә. Акцияға 26 мобиль күсмә комплекс һәм 156 белгес йәлеп ителгән. Белгестәргә яҙылыу талап ителмәй, улар  "тере сират" тәртибендә ҡабул итә.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: