Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 09:36

Сирҙе таный бел

Йыш ҡына миокард инфарктын башҡа сир билдәләре менән бутау, ауыртыныу билдәләрен баһаламау, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ғүмерҙәр өҙөлә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы Евгений Шляхто инфарктты нисек таныу юлдары хаҡында аңлатма бирә. 

– Иң мөһим билдә – ауыртыу. Йыш ҡына ул күкрәк тәңгәлендә барлыҡҡа килә һәм тәнде ҡыҫыу, баҫыу һәм  көйҙөрөп әрнетеү рәүешендә үтә. Ҡайһы саҡта ауыртыу яурынға, ҡулға йәки ашҡаҙан тирәһенә тарала. Был саҡта пациенттың ауыртыуҙы умыртҡа бағанаһы йәки ашҡаҙан менән бәйле тип иҫәпләүе ихтимал. Инфаркт ваҡытындағы ауыртыу хәлһеҙлек, тын ҡыҫылыу, тирләү, хатта ҡайһы саҡта аң юғалтыу менән оҙатыла.

Йөрәк өйәнәге бер ниндәй билдәһеҙ йә иһә тәү ҡарашҡа был ағза сирҙәре менән бәйләнмәгән кеүек тойолған бил­дәләр менән бара. Һеҙҙең ҡара­маҡ­ҡа ике вариант тәҡдим итәм. Беренсеһе – шәкәр диабеты менән сирләгән пациенттарҙа ауыртыу сиге үҙгәреүсән, шуға күрә улар йыш ҡына стенокардия көсөргәнешендә лә күкрәк ауыртыуға зарланмай. Миокард ишемияһы бер ниндәй ауыртыуһыҙ ҙа үтеүе мөмкин. Икенсе вариант – ҡайһы саҡта электрокардиограмма эшләгәндән һуң кешелә клиник инфаркт кисермәйенсә лә миокард йөйө барлыҡҡа килгәнен күрергә тура килә. Ундай саҡта пациенттан ҡасан үҙен бик насар тойоуын белешергә тырышалар. Пациент тап шул көндә миокард инфарктын аяғөҫтө үткәргән булырға тейеш.

Табипҡа һуңлап мөрәжәғәт итеүҙең эҙемтәләре хәүефле, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Инфаркт мәлен­дәге ауыртыу ишемияны аңлата – коронар артерияларҙың тығылыуы арҡа­һында йөрәк мускулдарына кислород етешмәй. Стационарға ауырыуҙы ваҡытында килтергәндә йөрәк артерияларына (коронарография) тикше­реү үткәрелә, уларҙың ҡайһыһы күпме­гә тығылғаны асыҡлана, аҙаҡ ҡан ағышын тергеҙеү ғәмәле башҡарыла. Быны ваҡытында эшләмәгәндә, инфаркт урынындағы йөрәк мускулдары һәләк була һәм ҡан йөрөшө туҡтала. Һөҙөмтәлә йөрәк эшмәкәрлеге тейешле кимәлдә бармай, ул киҫкен йәки хроник рәүеш ала.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: