Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 09:40

Тартмағыҙ һеҙ тәмәке!

Башлауы еңел, ташлауы ауыр.

Балтас районында үҫеп килгән быуын вәкилдәренә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған кешеләр күп. Бөгөн шуларҙың береһе менән таныштырам. Ул Иҫке Яҡшый ауылында йәшәүсе педагогия хеҙмәте ветераны, беренсе разрядлы шахматсы, республикала билдәле шәхес, үҙешмәкәр композитор (400-гә яҡын йыр авторы), автор-башҡарыусы Эльвира Хәмәтнурованың (Алиһә-Нур) атаһы – Фәнзәүи Миңләхмәтов. Беҙ уның менән тәмәке көйрәтеүҙең кеше организмы өсөн зарары тураһында әңгәмәләштек.

– Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған замандаштарыбыҙ зарарлы ғәҙәтле кешеләргә ҡарағанда күпкә таҙараҡ һәм бәхетлерәк. Рәсәйҙә пуля-снарядтарҙан түгел, ә тәмәке тартыуҙан йыл һайын 400 меңгә яҡын кеше вафат була, шуларҙың 40 меңе – пассив тартыусылар, йә иһә теләмәһә лә тәмәке төтөнөн һуларға мәжбүр булғандар. Тәмәкенән зыян күрмәгән бер генә ағза ла юҡ. Тамаҡ, тын юлдары, үпкә яман шеше, инсульт, инфаркт, склероз, импотенция, тын ҡыҫы­лыу, йүтәл һәм башҡа ауыр сирҙәр тәмәке тартыуҙан килә. Тәмәке тартыусылар тартмаусы­ларға ҡараған­да уртаса 14 йылға әҙерәк йәшәй, ғүмерҙәре лә ҡыҫҡара, йәшәйеш­тәре лә ауырлаша. Тәмәке тартҡан ваҡытта ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәк күпкә йышыраҡ тибә башлай, күҙәнәктәргә һәм туҡымаларға кислород аҙыраҡ килә, һөҙөмтәлә баш мейеһенә – инсульт, йөрәккә – инфаркт, ә аяҡтарға ампутация янай.

– Фәнзәүи ағай, һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә (малай, егет саҡта) тәмәке тартып ҡаранығыҙмы?

– Булды ундай хәл. Алты йәшлек сағымда, ауылдаш малайҙар менән ауыл башындағы баҫыу ҡапҡаһын асып-ябып, уҙғынсы машиналарҙан аҡса йыя торғайныҡ. Шул ваҡытта мүк, кипкән япраҡ ҡалдыҡтарын гәзит битенә төрөп тартып ҡараныҡ. Шунда уҡ йүтәл быуып алды, тонсоғоп интектем. Атайым был ҡылыҡ тураһында ишеткәс, бик ныҡ итеп ҡолағымды борҙо. Шул хәл ғүмерлек һабаҡ булды.

– Көйрәтеү үҫмерҙәр ара­һында “текәлек” билдәһе була­раҡ та ҡабул ителә...

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар ундай кире күренеш. Ә бит никотин – мышаяҡ кеүек үк ағыу. Тын юлдарына, үпкәгә үтеп ингән төтөн, ҡором, һөрөм газы, ауыр металдар, радиоактив полоний һәм калий, башҡа ағыулы матдәләр сәләмәт­лек өсөн никотинға ҡарағанда ла ҡурҡынысыраҡ. Тәмәке күптән инде Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан наркотик тип иғлан ителгән, шуға күрә наркомандар наркотик ҡулланыуҙы нисек ташлай алмай интегә, шулай уҡ тәмәкеселәр ҙә насар ғәҙәтенән арына алмай яфалана. Етмәһә, фабрикала тәмәкегә төрлө хуш еҫле ҡушымталар, тәм көсәйт­кес­тәр өҫтәйҙәр, шуға күрә тәмәкегә бәйлелек тағы ла көсәйә, улар янғандан һуң шулай уҡ ағыуға әйләнә. Шул физиологик һәм психологик бәйлелек арҡаһында тәүлек әйләнәһенә бер нәмәгә ҡарамаҫтан тәмәке тартҡы килеп йөҙәтә. Кеше төндә лә уянып тартырға, унан бик оҙаҡ йоҡлай алмай ятырға, ә инде тартырға бөткән булһа, иртәнсәккә тиклем йоҡлай алмаҫҡа мөмкин. Уҙып барған кешенән тәмәке һорау, бирмәһә, әрләү, көсө етһә, аңын юғалтҡансы туҡмап китеү ҙә ғәҙәти хәл. Күп илдәрҙә, мәҫәлән, Америкала тәмәкеһе бөткән кеше, магазиндар йә йыраҡ, йә бикле булһа, үтеп барыусыларҙан һатып ала, унда бушҡа һорау ҙа, алыу ҙа юҡ, ә аҡсаһы булмағандарға түҙергә йә үтенеп һорарға ғына ҡала. Ә беҙҙә ниңәлер бушлай биреү мәжбүри.

Мин шәхсән үҙем бала саҡтағы ваҡиғанан һуң бер ҡасан да тартманым, сөнки атайым да, ағайым да тартмай ине.

– Ғәҙәттә, ҡала урамдарында тартыусылар тәмәке һорап йөҙәтә, тиҙәр...

– Миңә ҡараңғыла бер нисә ҡалала тәмәке һорап бәйләнгән осраҡтар булды, туҡмарға маташып та ҡаранылар, әммә мин, ғү­мер буйы спорт менән шөғөлләнгән кеше, тейешле ҡаршылыҡ күрһәтә ала инем. 54 йәшемдә ике егет минән көслөрәк булып сыҡты, йөҙөмдө, күҙ төптәремде йоҙроҡ менән “биҙәнеләр”. Тәмәкегә бәйле­лек шул тиклем көслө, хатта тәмәкенең зарарын башҡаларға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ белгән медиктар ҙа уны ташлай алмай яфалана. Шуныһы ҡыуаныслы, медик-студенттар электән тартмаған булһа, тәмәкегә ылыҡмай. Тартыу­сыларҙың 95 проценты 7 – 15 йәшкә тиклем, ҡалғандары һуңыраҡ: армияла, ятаҡта, эштә тарта башлай. Балалар “тәмәке тартыу үҫеп еткәнлекте, ҙур, ирекле булыуҙы, мө­һимлекте күрһәтә” тип уйлай. То­ра-бара тәмәке тартыу­ҙың ни тик­лем ҡот осҡос зарарлы һәм һәләкәтле ғәҙәт икәнен аңлай баш­лағас, һуң була, тәмәке ҡармағы йо­тол­ған, ул инде һауа, һыу, ашам­лыҡ кеүек үк дәрәжәлә ихтыяжға әйләнергә өлгөргән.

– Ата-әсәләргә был уңайҙан ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

– Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға тәмәкенең ни тиклем зарарлы икәнен балаларға үҙ өлгөһөндә аңлатырға, төшөндөрөргә кәрәк. Тәмәке сәләмәтлеккә генә түгел, аҡса янсығына ла ғәләмәт ҙур зыян килтерә. Ғүмер эсендә 2 миллион һум аҡсаны төтөн итеп осорорға була. Көн дә 100 һум тәмәкегә сарыф иткәнсе, шул хаҡҡа еләк-емеш алһаң, отошлораҡ тү­гелме? Тәмәкене ташларға бер ҡасан да һуң түгел, бары ғәйәт ҙур теләк, көслө ихтыяр, сәләмәт булып, мул тормошта оҙағыраҡ йә­шәргә ынтылырға кәрәк. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, күптәрҙе тартыуҙы ташларға мәжбүр иткән сәбәп – инсульт, инфаркт, аяҡ ҡарайып, уны киҫтереү, яман шеш һәм башҡа сирҙәр. Тәмәке тартыу – сир, уны нарколог, психотерапевт һәм психолог дауалай ала. Кеше ул зарарлы ғәҙәтте ташлай алһа, тора-бара унда тартыу теләге юҡҡа сыға һәм ҡаҡшаған сәләмәтлек бер ни тиклем йә иһә тулыһынса терге­ҙелә.

– Нисек уйлайһығыҙ: тартыу­ҙы ташлап буламы?

– Була. Таныштарым араһында тормош иптәштәренә, балаларына, туғандарына һүҙ биреп йәки дуҫ­тары менән бәхәсләшеп, бөтөнләй тартыуҙан баш тартҡан кешеләр бар.

– Насар ғәҙәттән арынырға те­ләгәндәргә ниндәй теләктә­регеҙ бар?

– Тәмәкенең зыянын бала­лар­ҙан башҡа барыһы ла белә, әммә байтаҡ кеше нисек ташларға белмәй, күптәре теләмәй ҙә. Интернетта тәмәкенең зарары тура­һын­да һәм нисек ташларға өйрәт­кән кәңәштәр менән йөҙҙәрсә роликтар бар. Мин үҙем 30-ҙан ашыу ролик ҡараным да, әгәр тәмәкесе шуларҙың яртыһын ғына ҡараһа ла, тәмәке тартыуҙың ни тиклем ҡот осҡос һөҙөмтәгә килтергәнен аңлап, уны һис шикһеҙ ташларға тейеш, тигән уйға килдем. Бик күптәр бер нисә мәртәбә ташлап, яңынан тарта башлай, ахыр сиктә кризисты үткәреп ебәреп, бөтөн­ләйгә ташлай. Минең ҡартатайым фронтовик Әсхәт бер нисә мәртәбә – ике йылдан алып һигеҙ йылға тиклем ташлап торҙо, әммә тартыусылар менән эсеүселәр ара­һында ултырырға тура килгеләп, яңынан башланы. Ике туғандың улы Мәғнәүи 25 йыл тартҡандан һуң, инде 10 йыл тартмай. 74 йәшлек бала саҡ дуҫым Заһит та шунса йыл тартмай. Ундайҙар бихисап. Улар барыһы ла тәмәке төтөнө булған ерҙән йырағыраҡ торорға һәм тәү осоро нисек тә эсмәҫкә тырышырға кәрәк тип кәңәш итә, сөнки эскәндән һуң түҙеп булмаҫлыҡ итеп тәмәке тартҡы килә башлай. Был ике зарарлы ғәҙәт бер-береһенә ныҡ бәйләнгән, эсһәң – тартҡы, тартһаң, эске килә икән.

Әгәр дәүләттең маҡсаты халыҡ­ты һаҡлау булһа, ул саҡта телевидениенан реклама менән бер рәттән тәмәкенең зарары һәм уны нисек ташларға кәңәш биргән яҡшы роликтарҙы ла бюджет иҫәбенә күрһәтергә, киноларҙа тәмәке тартыу күренештәрен мөмкин тиклем сикләргә кәрәктер. Шулай уҡ тартыуҙы ташларға өйрәткән брошюралар, китаптар таратырға кәрәк. Мәҫәлән, мин Аллен Карраның “Лёгкий способ бросить курить”, Наталья Грэйстың “Кури пока не сдохнешь”, Т. Кудряшовтың “Бросаем курить за два вечера” тигән һәм башҡа китаптарҙы тәҡдим итер инем.

-  Аида ХӘЙРЕТДИНОВА

Балтас районы

Читайте нас: