Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 09:38

Титандан – тубыҡ

meditaly.ru
Фото:meditaly.ru

Өфө хирургы Ринат Рәхмәтуллин ҡатмарлы операцияны юғары оҫталыҡ менән башҡарып, пациентҡа үҙ аяҡтарында йөрөү һәләтен ҡайтарған. Табип әйтеүенсә, беҙҙең медицина хәҙер күп йәһәттән сит илдекенән ҡалышмай.

Пациент Вил Шәйнуров – профессиональ каскадер, хеҙмәт юлын Өфө циркында башлай, аҙаҡ билдәле Мәскәү циркында эшен дауам итә. АҠШ-та оҙаҡ йылдар эшләй һәм тап шунда ныҡ имгәнә. Етди йәрәхәт арҡаһында уң аяғындағы тубыҡ быуынын протез менән алмаштыралар. Операцияны донъяла ҙур танылыу яулаған Роберт Клаппер тигән белгес яһай. Быйыл икенсе аяғына ла баҫа алмай башлай. Үҙәккә үткес ауыртыу йөрөргә ирек бирмәй. Диагноз – өсөнсө дәрәжәләге артроз. Яҙмыш уны Өфө хирургы Ринат Рәхмә­туллин менән осраштыра.

Операция сәғәт ярым дауам итә. Тубыҡ быуынын титан конструкцияһы менән алмаштырырға тура килә. Ай ярым ваҡыт үткәндән һуң пациент йөрөй башлай. Вил Шәйнуров әйтеүенсә, бындай операция Америкала 145 мең доллар тора. Ә Өфөлә был әмәлиәт дәүләт гарантиялары програм­маһы квотаһы буйынса, йәғни бюджет иҫәбенә башҡарыла. Әлеге ише ҡатмарлы операциялар хәҙер Башҡортостан хирургтары өсөн ғәҙәтигә әүерелде. Һаулығын тулыһынса тергеҙгәндән һуң Вил Шәйнуров яратҡан эшен дауам итмәксе.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: