Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2022, 15:30

Йәш әсәләр, белмәй ҡалмағыҙ!

Ҡатын-ҡыҙ яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләһә, сабыйын күкрәк һөтө менән туҡландыра аламы?  

Йәш әсәләр, белмәй ҡалмағыҙ!
Йәш әсәләр, белмәй ҡалмағыҙ!

1 августан Бөтә донъя күкрәк һөтө менән туҡландырыу аҙналығы бара. Ни өсөн бындай аҙналыҡты үткәреү кәрәк булды, тигән һорауға яуап бер: күкрәк һөтөнөң сабыйҙарҙың  ғына түгел, әсәләрҙең дә сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауы, балаларҙың тиҙерәк үҫешенә булышлыҡ итеүе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү.

Күкрәк һөтөнөң ҡатнаш аҙыҡтар менән сағыштырғанда өҫтөнлөгө ҙур булыуы күп тикшеренеүҙәр менән иҫбатланған.

– Әгәр әсә балаһын оҙайлы ваҡыт имеҙһә, бер йәки ике йыл, ул төрлө сирҙәрҙән яҡлау таба тигән һүҙ. Мәҫәлән, аналыҡтағы һәм күкрәктәге яман шеш иҫкәртелә, – тип билдәләй Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгесе Ольга Ладодо.

Күкрәк һөтөнөң үҙенсәлекле составы баланың сәләмәтлеген һаҡлай. Бала тапҡандан һуң тәүге көндәрҙә әсә һөтөндә ыуыҙ (молозиво) бүленеп сыға. Унда тупланған лейкоциттар сабыйҙың сәләмәтлеген нығытырға ярҙам итә.

– Барыһынан да бигерәк ул сабыйҙың иммун системаһын һаҡлай. Аҡһым, май, углеводтарҙан тыш, күкрәк һөтөндә һыу бик күп – 88%. Һөттөң үҙенсәлеге  уның тере күҙәнәктәргә эйә булыуында, сабыйҙы сирҙәрҙән һаҡлауында һәм үҫешенә йоғонто яһауында, – ти эксперт.

 Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, баланы имеҙеү уның когнитив һәм физик үҫешен тәьмин итә, IQ күрһәткестәрен яҡшырта. Күкрәк һөтө менән туйынған балаларҙа һимереү, йөрәк ишемияһы, шәкәр диабеты сирҙәре аҙыраҡ осрай. Эксперт билдәләүенсә, әгәр ҡатын ауыр хәлдә булмаһа, яңы коронавирус инфекцияһы күкрәк һөтө менән туйындырыу өсөн кәртә була алмай. Киреһенсә, күкрәк һөтөндә балаға тапшырылыусы антиесемдәр бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы күрһәтмәһендә ауырыған йәки ауырыу үткәргән ҡатындың балаһын имеҙә алыуы тураһында  әйтелә. Тик бер иҫкәрмә бар: әсәнең хәл-торошо нисек? ”Әгәр ул сабыйын тәрбиәләй алырлыҡ хәлдә икән, әлбиттә, имеҙергә мөмкин”, – ти белгес.

Бынан тыш, быйыл Рәсәй Президенты сабыйҙарҙы яһалма туҡландырыу өсөн һөт ҡатнашмаларын рекламалау үҙенсәлектәрен асыҡлаусы законға ҡул ҡуйҙы. Шуға ярашлы, күкрәк һөтөн алыштырыусы аҙыҡтар рекламаларында балаларҙы күкрәк һөтө менән туҡландырыуҙың өҫтөнлөктәре лә сағылыш алырға тейешлеге бурыс итеп ҡуйылды. Бала рационына яһалма аҙыҡ индереү алдынан мотлаҡ белгес менән кәңәшләшеү зарурлығы билдәләнде. Ҡатнашмаларҙан айырмалы, әсә һөтө киҫкен сирҙәрҙән яҡланғанлыҡты тәьмин итә, хатта күкрәк һөтө менән туйыныу осоро тамамланғандан һуң да бер нисә йыл ваҡыт дауамында бала һаулығы өсөн борсолмаҫҡа мөмкин.

Күкрәк һөтө – сирҙәрҙе иҫкәртеүҙе ғүмер дауамында тәьмин итеүсе алтын стандарт, тип иҫәпләй табиптар. Баланың аш һеңдереү һәм матдәләр алмашыныу үҙенсәлектәренә тулыһынса яуап биргән, төп аҙыҡ матдәләре буйынса бөтә талаптарға ярашлы үҙенсәлекле составы сабыйҙың гормональ үҫешен һәм сәләмәтлеген тәьмин итәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: