Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Август 2022, 20:00

Сәйҙе үҙебеҙ әҙерләйек!

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Мазитова Аҫылбикә Абдулла ҡыҙы сәйҙе һирәк һатып ала, уны күбеһенсә үҙе әҙерләй. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уның күп йыллыҡ тәжрибәһенә күҙ һалайыҡ.

Сәйҙе үҙебеҙ әҙерләйек!
Сәйҙе үҙебеҙ әҙерләйек!

Йәйҙең һәр көнөн файҙалы үткәргән, ял да итә белгән, ҡышҡылығын да хәстәрләгән хужабикәләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Хәҙерге ҡыйбатсыл заманда ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте үҙҙәре әҙерләгән уңғандар ҙа етерлек арабыҙҙа. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Мазитова Аҫылбикә Абдулла ҡыҙы ла сәйҙе һирәк һатып ала, уны күбеһенсә үҙе әҙерләй. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уның күп йыллыҡ тәжрибәһенә күҙ һалайыҡ.

"Үләндәрҙе мин киптереп тә, ферментлап сәй итеп тә әҙерләп алам. Ҡайһыһы яҡшыраҡ: ферментланғанымы, әллә киптерелгәнеме, тигән һорау борсой күптәрҙе. Үлән сәйе оҫталары әйтеүенсә, киптергәндә уның шифаһын 15-20 процент ҡына алып була. Ә ферментлаған осраҡта, әсеү һөҙөмтәһендә үләндең шифалы үҙенсәлектәре арта. Әлбиттә, ике төрлөһөн ҡулланыу ҙа кәрәк. Әйтәйек, һөт аҙығын ҡулланғанда, кемгәлер һөт үҙе килешә, кемгәлер - ҡатыҡ йә ҡорот көйө. Шуның өсөн киптерелгәнен дә, ферментланғанын да алмашлап ҡулланыу бер ҙә ҡамасауламаҫ. Ғөмүмән, бер төрлө сәйҙе оҙаҡ эсмәйенсә, уны төрләндереп ҡулланыу яҡшы. Япраҡтарҙың һуты әҙ булһа, насар ферментлана. Мәҫәлән, ҡыр еләгенеке. Ундай саҡта ит турағыстан үткәреп, һауа инмәгән һауытта 3-4 сәғәт тотоп, еләҫ урында киптерергә кәрәк. Гранулланған тәмле үлән сәйе килеп сыға.

Үләнде киптереп әҙерләгәндә ҡайҙа, ҡасан йыйыу, нисек киптереү мөһим. Иң һутлы үҫемлек яр буйҙарында, үҙәндәрҙә үҫә. Ҡарағат, мәтрүшкә, кейәү үләне кеүек еҫле үләндәрҙе ферментлағанда хуш еҫтәренән бер нәмә лә ҡалмай. Имән, муйыл, ҡурай еләге япраҡтарын да шул рәүешле киптереп алам. Төрлөсә эшләп ҡарап, ферментлауҙың ошо ысулына туҡталдым: таҙа япраҡтарҙы йәки үләнде банкаларға тығыҙлап тултырам, 2-4 көн йылыла тотам (ҡояш нуры тура төшөргә тейеш түгел). Тәпәш һауытҡа бушатып, йәшел көйө ҡалған япраҡтарҙы айырып алам (уларын тағы ферментларға һалам). Өлгөргән үҫемлекте кер йыуған кеүек әйләндереп-әйләндереп һуты сыҡҡанса тасҡайым. Ҡояш төшмәгән еләҫ урында киптереп алам. Кипкәс, ваҡлап, сепрәк моҡсайға йә быяла һауытҡа һалам. Үләндәр менән эш иткәндә һәр береһенең үҙенсәлектәре тураһында ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Һәр бер нәмәнең самаһын белһәң - дарыу, белмәһәң, ағыу икәнлеген онотмағыҙ".

Һүрәттә: болануттан сәй әҙерләү барышы.

 Аҫылбикә Мазитова фотоһы.

Сәйҙе үҙебеҙ әҙерләйек!
Сәйҙе үҙебеҙ әҙерләйек!
Сәйҙе үҙебеҙ әҙерләйек!
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: