Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Август 2022, 20:30

Дарыу эсергәме, әллә дөрөҫ туҡланырғамы?

Белгестәр әйтеүенсә, түбәндәге 10 ризыҡ туҡланыу рационында даими булырға тейеш.

Дарыу эсергәме, әллә дөрөҫ туҡланырғамы?
Дарыу эсергәме, әллә дөрөҫ туҡланырғамы?

Һәр көн ашаған аҙыҡ-түлек – организм өсөн “төҙөлөш материалы”, үҙенә күрә “кирбес” ул. Уның ниндәй булыуына һаулығыбыҙ, йәшлегебеҙ бәйле. Белгестәр әйтеүенсә, түбәндәге 10 аҙыҡ-түлек туҡланыу рационында даими булырға тейеш.

  1. Алма. Уның составындағы матдәләр организм тарафынан тиҙ үҙләштерелә. Өҫтәүенә, витаминдар һәр кем өсөн бик файҙалы. Юҡҡа ғына алманы йәшәртеү көсөнә эйә, тип әйтмәйҙәр. Һутындағы шәкәр миҡдары артыҡ күп түгел. Башҡа емеш-еләктән айырмалы, кемдәндер “алмаға – аллергия” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнебеҙ юҡ.
  2. Миндаль. Составы бик үҙенсәлекле булған был сәтләүектә магний, Е витамины, кальций, Омега-3 май кислоталары, рибофлавин бар. Миндаль триглециридтар кимәлен кәметә. Юғиһә, улар организмда күп булһа, йөрәк эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай, ҡан тамырҙары тығыла. Был сәтләүекте хатта артыҡ май ҡатламынан “прививка” тип атайҙар. Унда аҡһым, марганец, тимер, фосфор һәм магний күп.
  3. Кунжут. Юғары ҡан баҫымын, холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ иткән был бәләкәй генә орлоҡта витаминдар, минералдар – баҡыр, цинк, кальций, молибден, тимер, селен, фосфор, В1 витамины бихисап. Составындағы лецитин менән фитин матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә. Антиоксиданттар бауыр эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, күҙгә, нерв системаһына файҙаһы күп, һөйәк һәм быуындарҙы нығыта.
  4. Етен. Был орлоҡ бәләкәй генә күренһә лә, төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы көсө бик ҙур. Бынан тыш, астма менән ауырығандарға, аллергия менән йонсоғандарға файҙаһы бар, гормональ балансты тәьмин итә, өҫтәүенә, фитоэстрогендар сығанағы ла ул.
  5. Ҡарабойҙай. Был ярмалағы файҙалы матдәләр организмдағы юғары калориялы, сифатһыҙ ризыҡ ҡулланғандан һуң йыйылған матдәләрҙе сығара. Был бик мөһим, улар йыуан эсәк рагына килтереүе бар. Яман шештең был төрө донъяла киң таралған.
  6. Авокадо – калий, магний, селен, фосфор, цинк, тимер, А, В, Е, К, С витаминдары сығанағы. Уны даими ашау йөрәк өсөн бик файҙалы. Спортсыларға диеталы туҡланыу өсөн яҡшы, сөнки ул энергия менән тәьмин итә. Тағы уны рационға өҫтәү иммунитетты нығытыуға булышлыҡ итә, шәкәр диабетын, яман шеште, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртә. Бынан тыш, тырнаҡтарҙы, сәсте нығыта.
  7. Көртмәле. Барлыҡ витаминдар, күп кенә элементтар һәм органик кислоталар сығанағы. Иммунитетты нығыта, анемия менән йонсоғанда ярҙам итә. Уның составындағы антиоксиданттар (антоциандар, флавоноидтар) ҡартайыуҙан һаҡлай, организмдағы матдәләр алмашыныуын көйләй. Көртмәле Альцгеймер, шәкәр диабеты сирҙәрен иҫкәртеү өсөн һәйбәт. Был емеште даими ашау мейе эшмәкәрлеге өсөн яҡшы.
  8. Брокколи. Составында калий, фосфор, селен, А, С, В9 витаминдары, аҡһым, майҙар һәм углеводтар күп. Ундағы антиоксиданттар (сульфорафан, лютеин, зеаксантин) ҡандағы шәкәр, холестерин миҡдарын нормалләштерә. Табиптар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, нерв көйһөҙлөгөн иҫкәртеү өсөн тәҡдим итә.
  9. Һоло кеҫәле һәм кеүәҫе. Составы бик бай: магний, тимер, никель, марганец, калий, кальций, фтор, йод, фосфор, көкөрт, лизин, лецитин, триптофан, холин, метионин, В, А, Е, РР төркөмдәре витаминдары, антиоксиданттар (авенантрамидтар) һәм башҡалар. Ҡандағы холестеринды кәметә, иммунитетты нығыта. Был файҙалы аҙыҡ организмдың төрлө вирустарға, бактерияларға ҡаршы тороусанлығын арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ашҡаҙан, бауыр һәм башҡа органдар сирҙәрен иҫкәртә.
  10. Йомортҡа. Унда аминокислоталар, нутриенттар, холин, көслө антиоксиданттар (лютеин, зеаксантин) сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай. Йомортҡалағы А витамины күҙ өсөн файҙалы. Уны ашау ҡандағы холестериндың күтәрелеүенә килтермәй, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүгә булышлыҡ итә.

Фото: correctivechironc.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: