Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Август , 09:00

Гөлйемеш - шифалы емеш

Гөлйемеш (әлморон) йыйыр мәл дә яҡынлаша. Август аҙағына был шифалы емеш өлгөрөп етә. Һеҙҙең иғтибарға - һаулыҡ өсөн файҙалы рецепттар. 

Гөлйемеш - шифалы емеш
Гөлйемеш - шифалы емеш

Гөлйемеш йәки әлморон йыйыр мәл дә яҡынлаша. Август аҙағына был шифалы емеш өлгөрөп етә. Ул ни тиклем нығыраҡ бешә, ҡыҙара, файҙалы үҙенсәлектәре лә шул тиклем арта бара. Ә улар гөлйемештә бик күп. А, С витаминдары, каротин, йод, цинк... Емештәге бай составлы файҙалы тупланма бауырҙы, бөйөрҙө, ҡалҡан биҙен дауаларға, күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итә.

Күҙҙәр өсөн ошондай сара һөҙөмтәле. 

Бер килограмм тирәһе гөлйемеште төнгөлөккә туңдырғысҡа һалып торабыҙ. Иртән алғас, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, бер нисә секундтан һоҫоп алып, иләк аша үткәрәбеҙ. Ҡуйыраҡ масса килеп сыға. Шуға бергә бер күләмдә бал өҫтәп (1:1), яҡшылап бутайбыҙ. Ошо массаны көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡлап ашарға кәңәш ителә. Һөҙөмтәһе - күреү һәләтен яҡшырта, иммунитетты күтәрә. Шифалы ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Емештең иләктән һөҙөлөп ҡалған һөйәктәрен дә файҙаланырға мөмкин. Уларҙы киптереп, кофемолкала ваҡлап, көнөнә ике-өс тапҡыр ярты балғалаҡ ашап, артынан эҫе һыу эсергә. Ошондай алым менән бөйөрҙәрҙе таҙартырға мөмкин. Тик һәр дауаны табип менән кәңәшләшеп эшләү зарур.

Фото: na-dache.pro

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в