Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Август 2022, 08:00

Бала ауырығанда доға уҡыу тәртибе

Сабыйың ауырығандан да ауыр хәл юҡтыр. Әсә кеше балаһы йүнәлһен өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Ә бына ул мәлдә ниндәй доға ҡылырға була? 

Бала ауырығанда доға уҡыу тәртибе
Бала ауырығанда доға уҡыу тәртибе

"Игелек.ру" сайты бала ауырығанда доға ҡылырға, әммә уны билдәле бер тәртиптә башҡарырға тәҡдим итә. 

Доғаны тәһәрәтле килеш уҡыу яҡшы. Әлегә тәһәрәт алыу тәртибен белмәһәң, тулыһынса йыуынып (мунса, душ инеп) сығыу ҙа ярай, тәндең бөтә ерен йыуып, өс тапҡыр ауыҙҙы һәм танауҙы сайҡарға онотмайбыҙ.

Иң беренсе «Фатиха» сүрәһен, унан «Аятел Көрси»не һәм «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡыйбыҙ. Шунан ошондай теләк әйтәбеҙ: "Ғаләмдәр Хужаһы Аллаһ Тәғәләгә маҡтау, пәйғәмбәре Мөхәммәткә, уның әһеленә салауат һәм сәләмдәр булһын!

Һиңә борсоу, яфа биргән һәр нәмәнән, һәр көнләшкән нәфестән йәки күҙ тейеүҙән Аллаһтың исеме менән һиңә шифа теләйем. Аллаһ һиңә шифа бирһен. Аллаһтың исеме менән һиңә шифа теләйем".

Доғаны уҡып бөтөргәс, балаға һулыш менән өрөргә, төкөргән кеүек итергә кәрәк. Бала янда булмаһа ла, әлеге сүрәләрҙе уҡып уға иҫәнлек һорап доға ҡылырға ярай.

Был доғаны балалар өсөн генә түгел, шулай уҡ оло кешеләргә лә уҡырға мөмкин. Ауырыу кешенең терелеүен Аллаһтан һорап доға ҡылыу - һәр ваҡыт кәрәкле һәм һауаплы эш.

Фото: igelek.ru/balalar-avyrganda-ukyla-torgan-doga

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: