Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Август 2022, 17:30

Әремдең иң көслө – сәскә атҡан сағы

Аяҡ аҫтыбыҙҙағы үлән – мең төрлө сиргә дауа, тик белеп ҡулланығыҙ ғына. Әрем ярҙамында организмды таҙартыу, миҙгел сирҙәрен иҫкәртеү өсөн рецептар тәҡдим итәбеҙ. 

Әремдең иң көслө – сәскә атҡан сағы
Әремдең иң көслө – сәскә атҡан сағы

Дарыу үләндәре араһында төрлө микробтарға ҡаршы тороу сифаты йәһәтенән әремгә еткән үлән юҡтыр. Ул хатта трихомонада, хламидия, герпес, лямблий, эхинококк инфекцияһы кеүек үтә ҡурҡыныс инфекцияларҙы дауалау һәләтенә эйә. Әрем төнәтмәһе йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, нервыларҙы тынысландыра, аш эшкәртеү процесын көйләй, һимереүгә ҡаршы тора.

Ҡоро әрем менән органимды таҙатыу

Кипкән әремде ыуып, ошо массаның аҙ ғына (бер семтем) өлөшөн телгә һалып, артынса һыу эсергә мөмкин. Әрем менән дауаланыу курсы – 7 көн. Бер курсҡа 100 грамм кипкән үлән етә. Тәүге өс көндә 2-2,5 сәғәт һайын бер семтем кипкән әремде ауыҙға һалып, һыу ҡушып йоторға. Артабан 4 көн буйы көнөнә 5-6 тапҡыр шул уҡ күләмдә ҡулланырға кәрәк. Таҙарыныу процесында ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тартырға тура киләсәк: ит, балыҡ, май, колбаса, һөт аҙыҡтары, йомортҡаны самалап ҡулланығыҙ, кондитер ризыҡтарынан баш тартып тороғоҙ. Иң яҡшыһы – йәшелсә, емеш-еләк, һурпа, һуттар. Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҙә тыйыла.

Төнәтмә – яҡшы профилактика

Әремдән төнәтмә яһап эсеү ҙә күп сирҙәрҙән профилактика буласаҡ. Бының өсөн бер литрлыҡ банкаға йәки термосҡа бер аш ҡалағы әрем һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәгәһенә көн дауамында яртышар стакандан ашар алдынан ярты сәғәт алда эсергә. Әрем – бик көслө үлән. Һау-сәләмәт кешеләргә лә төнәтмәне 14 көндән артыҡ эсмәҫкә кәңәш ителә.

Миҙгел сирҙәре ваҡытында тымау йәки температура билдәләре һиҙелеү менән тамаҡ төбөн, танауҙы әрем һалып ҡайнатылған һыу менән сайҡата башлағыҙ. Быны, сирләмәгән осраҡта ла, профилактика өсөн башҡарарырға мөмкин. Көн һайын әрем һыуы әҙерләү мәшәҡәтле тойолһа, дарыухананан әҙер эфир майы һатып алығыҙ. 

Әрем төнәтмәһе ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға, бәләкәс балаларға ярамай. Шулай уҡ аҙ ҡанлылыҡ, ашҡаҙан сей яраһы һәм башҡа ҡайһы бер ауырыуҙар мәлендә лә тыйыла. Үләндәр менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Фото: vsegda-pomnim.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: