Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Август , 15:00

Һөт биҙе шеше – исемлектә беренсе...

“Әгәр шеш үҙ ҡулдарың менән тотоп асыҡларлыҡ булған икән, был бик насар", - ти табип.

Һөт биҙе шеше – исемлектә беренсе...
Һөт биҙе шеше – исемлектә беренсе...

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғүмеренә хәүеф менән янаған һөт биҙе яман шеше элеккесә ауыр сирҙәр исемлеге башында тора. Йыл һайын республиканың 1 800 аҫыл затында был ҡурҡыныс сир асыҡлана. Күбеһе илле йәштән уҙған. Йәш ҡатындарҙа сир айырыуса агрессив рәүештә үтә, ти онкологтар.

Республика онкология үҙәгендә был сирҙе дауалауҙың яңы ысулын ғәмәлгә индергәндәр. Табиптар  шешкә  махсус маркерҙар индерә, улар барлыҡҡа килгән яңы шештәрҙе теүәллек менән алып ташларға ярҙам итә. Был дауалау ысулы һауыҡтырыу яғынан да, косметик йәһәттән дә күпкә  отошлораҡ. Уны сирҙең төрлө стадияларында файҙаланып була.

Экрандағы ҡара тап – яман шеш. Хирургтың бурысы ювелирҙарса аныҡлыҡ менән уның үҙәгенә барып етеп, титан маркерын ҡалдырыу. Шул рәүешле табиптар яман шештең урынын асыҡ билдәләй. Химия терапияһы йәки радио менән дауалауҙа шештәр ярайһы ғына кәмергә йәки бөтөнләй үҙенән-үҙе таралып юҡҡа сығыуы ихтимал. Тик был осраҡта ла хирургтар уларҙың тәүҙә барлыҡҡа килгән урынын яман шеш күҙәнәктәре ҡалмаһын өсөн алып ташларға тейеш. Ҡайһы саҡта күҙәнәктәрҙең бер өлөшө организмда ҡала, тимәк, операциянан һуң дауаланыуҙы дауам итергә кәрәк.

– Әгәр дауалау башланғансы күҙалланған шеш урыны асыҡланмаһа, хирургҡа операция ваҡытында беренсел шеште табыуы ауырлаша. Белгес тыныс рәүештә косметик әмәлиәтте башҡарһын, бары шеш урынын ғына алып ташлаһын өсөн алдан билдә ҡуйыла, – тип аңлата республика онкология диспансерының бүлексә мөдире Марат Ғәлиев.

Яңы ысулды сир башланған осорҙа, шеш бәләкәй саҡта ҡулланалар. Шуға бер миҫал. Ирина тигән ҡатында яман шештең икенсе стадияла икәне асыҡлана. “ Күкрәк шешен осраҡлы ғына һиҙеп ҡалдым. Бәләкәй генә төйөрҙөң ультратауыш тикшереүе үткәндән һуң яман шеш икәнлеге асыҡланды. Табип миңә онкология үҙәгенә барып анализдар бирергә ҡушты”, - ти ҡатын.

“Әгәр шеш үҙ ҡулдарың менән диспансерҙа тотоп асыҡларлыҡ булған икән, был бик насар, - ти табип.– Республика онкология үҙәгендә иҫ киткес ҙур теүәллек менән эшләүсе һанлы маммограф бар, ул һөт биҙендә хәүефле сирҙең хәбәрсеһе булған микрокальцинаттарҙы асыҡларға һәләтле. Диагнозды раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн биопсия үткәрәләр”.

Үкенескә ҡаршы, сирҙең башланып ҡына торған  мәлендә пациенттарҙың ни бары бер процентында яман шеш асыҡлана икән. “Элек республикала бындай биопсия юҡ ине. Микроакальцинаттарҙың барлығын, шик тыуҙырған участкаларҙы башҡа ысулдар менән тикшереү бик ауыр, хәҙер бындай уңайлы ысул бар, - ти диспансерҙың бүлексә мөдире Булат Ибраһимов.

Табиптарҙың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төп кәңәше – табип-маммологҡа йыл һайын күренеү. Илле йәшкә тиклем маммографияны кәм тигәндә өс йылға бер, ә илле йәштән һуң ике йылға бер тапҡыр үтеү кәрәк. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн тикшереүҙе һанлы ҡорамалда үтеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әлегә һәр район дауаханаһында юҡ.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в