Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Август 2022, 12:15

Йөклөлөктөң  31-се аҙнаһында...

Иртән ҡорһағында ауыртыу башлана, төшкә табан хәле тағы ла  насарлана төшә

Йөклөлөктөң  31-се аҙнаһында...
Йөклөлөктөң  31-се аҙнаһында...

Яңы ғына яҡты донъяға килгән сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн  санитар-медицина хеҙмәте ярҙамы талап ителгән.

Ауырлы ҡатын ҡапыл ғына үҙен насар тоя. Иртән ҡорһағында ауыртыу башлана, төшкә табан хәле тағы ла  насарлана төшә. Ашығыс ярҙам тиҙ килеп етә. Яҡынса диагноз күрһәтеүенсә,  ҡатындың балаятҡыһы ваҡытынан алда   айырылған булған. Ашығыс ярҙам хеҙмәте уны Ҡуян ауылынан Нефтекама бала табыу йортона килтерә. Сабыйҙы һәм әсәне ҡотҡарып ҡалыу өсөн  табиптар ашығыс рәүештә кесарь киҫеме  йәғни баланы ярып алыу әмәлиәте  башҡарырға мәжбүр була. Йөклөлөктөң  31-се аҙнаһында 1 630 грамм ауырлығында  малай донъяға килә. Белгестәр уны табип-анестезиолог һәм табип-неонатолог контролендә кувезға ҡуя. Табиптар консилиумы баланы Өфө дауаханаһына килтереү тураһында ҡарар ҡабул итә.Нефтекама аэропортына билдәләнгән ваҡытҡа “Ансат” вертолеты килет төшә һәм табиптар бригадаһы сабыйҙы 40 минут эсендә баш ҡала дауаханаһына килтереп еткерә. Әле бала республика балалар дауаханаһы белгестәренең өҙлөкһөҙ күҙәтеүендә, ә әсә Нефтекама бала табыу йортоноң акушер-гинекологтары контроле аҫтында. Һуңғараҡ ҡатын сабыйы эргәһенә оҙатыласаҡ. Иң мөһиме, уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: