Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Август 2022, 16:15

Табиптарыбыҙға хөрмәт сикһеҙ

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Наталья Пащенко Башҡортостан белгестәренә рәхмәт белдерҙе һәм наградалар тапшырҙы.

Табиптарыбыҙға хөрмәт сикһеҙ
Табиптарыбыҙға хөрмәт сикһеҙ

Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы Леонид Пасечник Красный Луч ҡалаһында эшләгән Башҡортостандың 15 медицина хеҙмәткәрен бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.  Улар Украина яғынан ҡораллы агрессия һөҙөмтәһендә зыян күргән, яраланған кешеләргә, ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәткәндәге юғары профессионаллеге, фиҙакәрлеге, ныҡышмаллығы, шулай уҡ республиканың медицина хеҙмәткәрҙәрен өйрәтеүҙә һәм эште ойоштороуҙа ҡатнашҡаны өсөн “Луганск халыҡ республикаһының рәхмәтле халҡынан” почет билдәһе менән наградланды.

Тантаналы  сара 10 августа Красный Луч үҙәк ҡала поликлиникаһында үтте. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Наталья Пащенко Башҡортостан белгестәренә рәхмәт белдерҙе һәм наградалар тапшырҙы.

– Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә май айынан алып беҙҙә булған бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдергем килә. Һеҙ – үҙегеҙҙең йорттарығыҙҙы, ғаиләләрегеҙҙе ташлап, беҙгә ярҙамға килгән квалификациялы белгестәр. Бынан тыш, беҙҙең өсөн, Луганск Халыҡ Республикаһының медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн, был физик ярҙам да, шулай уҡ ғәйәт ҙур рухи көс тә, беҙ бергәләп мотлаҡ еңәсәкбеҙ тигән ышаныс та!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быныһы Луганск Халыҡ Республикаһында эшләгән Башҡортостан белгестәренең өсөнсө төркөмө. Күптәре өсөнсө вахтаны дауам итә һәм артабан да ярҙамлашырға әҙер.

–Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауҙары көтөлмәгән һәм шатлыҡлы ваҡиға булды, – тине Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының табип-эндокринологы, төркөм етәксеһе Леонора Хөсәйенова. – Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына, атап әйткәндә Красный Луч ҡалаһында йәшәүселәргә, файҙа килтерергә теләнек. Беҙ бында бер үҙебеҙ генә түгел, ә урындағы хеҙмәттәштәребеҙ менән ҙур команда булып эшләйбеҙ, уларҙың һәм хакимиәт яғынан дуҫтарса ярҙамын тоябыҙ. Киләсәктә лә республика халҡына һәм хеҙмәттәштәребеҙгә мөмкин тиклем булышлыҡ итәсәкбеҙ.

 

Гөлнур Артыҡаева. 

Автор фотолары. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: