Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Август 2022, 14:00

Витаминдар – аяҡ аҫтында

Мәҫәлән, түбәндәге ҡатнашманың күҙҙәргә лә файҙаһы ҙур, бауырҙы ла зыянлы матдәләрҙән таҙарта, тиҙәр.

Витаминдар – аяҡ аҫтында
Витаминдар – аяҡ аҫтында

 

Тәбиғәт барыһы менән дә беҙҙе алдан хәстәрләгән. Дарыу ҙа, организмға кәрәкле витаминдар ҙа тәбиғәттә бар. Бары уларҙы күрә һәм файҙалана белергә кәрәк. Мәҫәлән, түбәндәге ҡатнашманың күҙҙәргә лә файҙаһы ҙур, бауырҙы ла зыянлы матдәләрҙән таҙарта, тиҙәр.

Бының өсөн ике ҙур ғына кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп банкаға  һалырға, артабан ҡабығынан әрсеп бер лимонды ваҡ ҡына турап ҡушырға һәм бер стакан бал өҫтәп бутарға. Банканы 10 көн һыуытҡыста тотҡас, һаулығығыҙ арҡаһында  ниндәйҙер сикләүҙәр булмаһа, ҡуллана башларға мөмкин. Көнөнә өс тапҡыр, ашауҙан  ярты сәғәт алда 1-әр сәй ҡалағы ҡабығыҙ. Тәмле лә, файҙалы ла!     

Фото: Башинформ.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: