

Һәр йыл беҙгә яңы хис-тойғолар, тәьҫораттар, яңылыҡтар алып килә. Һәр сал сәс бөртөгө артында – тормош һабаҡтары, кисерештәр, аҡыл, тәжрибә байлығы... Юбилейҙар үткән һайын тормоштоң ҡәҙере нығыраҡ тойолғандай. Үҙҙәрен ихтирам иткән, яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылып йәшәгән, инде ярты быуат ғүмер кисергән ханымдарға кәңәш биреүе ауыр булһа ла, иң мөһимдәрен иҫкә төшөрөп үтке килә.
Табиптар әйтеүенсә, 50 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы уның йәшәү рәүешенә бәйле. Кәйеф күтәренкелеген, тән тонусын һәм зиһен асыҡлығын һаҡлар өсөн нимә кәрәк? Таң һарыһынан тороу, йоҡо туймау, даими стресс кисереү, алһыҙ-ялһыҙ артыҡ бирелеп эшләү, дөрөҫ туҡланмау тән тиреһендә лә, организм торошонда ла эҙ ҡалдыра. Тик бындай хәлдә лә үҙеңә ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Үҙгәрештәргә юл һеҙҙең ҡасан үҙгәрергә теләүегеҙҙән башлана. Билдәле табип Александр Мясников раҫлауынса, эште тәү сиратта һаулығыңды тәрәнтен тикшереүҙән башларға кәрәк. Бының өсөн тәүҙә терапевҡа яҙылыу мотлаҡ. 50 йәштән һуң йыш ҡына күкрәк яман шеше баш ҡалҡыта, тимәк, маммография, флюорография үтеү мөһим. Табип-флеболог ҡан тамырҙары һәм артериялары торошон баһаларға ярҙам итер. Ҡалҡан биҙенең организмдағы бөтә процестарға тәьҫир итеүен дә яҡшы беләһегеҙ, эндокринологка күренеү был йәштә һис артыҡ булмаҫ. 50 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы ошоғаса үҙе тураһыңда күргән хәстәрлеккә лә бәйле. “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ. Биологик сәғәттәрҙе туҡтатыу мөмкин түгел, әммә үҙгәрештәр индерергә була. Сәләмәтлеге нормала булған ҡатын-ҡыҙ ғәмәлдә организмда барған гормональ үҙгәрештәрҙе еңел үткәрә. Күп нәмә кешенең психологик торошона бәйле. Әгәр бөтә иғтибарҙы кире тойғоларға, кисерештәргә, кәйеф төшөнкөлөгөнә йүнәлтәһегеҙ икән, йәнде биҙҙергес, бошонҡо көндәр башланыуы, хатта тора-бара депрессияға килтереүе ихтимал. Үҙ-үҙеңде йәлләү психологияһы тотороҡһоҙлоҡҡа алып килә, тормоштағы һәр үҙгәрешкә һиҙгерлек көсәйә. Аң-зиһен, фекерләү сәләмәтлеген һаҡлар өсөн кәм тигәндә һигеҙ-туғыҙ сәғәт йоҡлау мөһим, тип раҫлай табиптар, сөнки ял итеү бөтә система һәм органдар эшмәкәрлеге өсөн энергетик ресурс булып тора. Эскелек һәм тәмәке тартыуҙың нервы системаһын ҡаҡшатыуы тураһында яҡшы билдәле, был хаҡта күп һөйләүҙең кәрәге лә юҡтыр. Белгестәр фекеренсә, туҡланыу был йәштә айырыуса мөһим роль уйнай. Аҙыҡ организм өсөн тәмле “яғыулыҡ” булып барырға тейеш. Ашҡаҙанды ҡыҙҙырылған, майлы, тоҙло йәки ҡамыр аштары менән тултырырға тырышмағыҙ, ти диетологтар. Был йәштә хәлде бөтөргөс диета тотоу ҙа сәләмәтлек өсөн зарарлы.
Үтә ябыҡ йәки һимеҙ булғанығыҙ ҙа кәйефегеҙгә йоғонто яһамаһын. Үҙегеҙгә генә хас сифаттарығыҙ, холоҡ-фиғелегеҙ, торошоғоҙ һеҙҙе башҡаларҙан айырылып торған шәхес итә. Физик һәм менталь сәләмәтлегегеҙҙе иң ҙур ҡиммәт күреп һаҡларға ғына кәрәк. Шул саҡта юбилейҙар ҙа һынау кеүек тойолмаҫ, тормоштоң сираттағы тулҡынландырғыс, һоҡланғыс мәле булып иҫтә ҡалыр. Тормош ритмына яраҡлы кейенә белеү ҙә аҫыл зат өсөн мөһим. Косметологияның мөғжизәле ысулдары, биҙәнеү саралары ла – һеҙҙең ҡарамаҡта, бары үҙегеҙ өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе, ниндәй йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, яратырға, тәрбиәләргә өйрәнегеҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА