Сәләмәт булайыҡ
12 Август 2022, 07:02

Күкрәк һөтө – ҡиммәтле аҙыҡ

Сабыйығыҙ һау-сәләмәт үҫһен!

kpoxainfo.rukpoxainfo.ru
Фото:kpoxainfo.ru

Яңыраҡ Бөтә донъя сабыйҙарҙы күкрәк һөтө менән туҡландырыу аҙнаһы үтте. “Ни өсөн бындай аҙналыҡты үткәреү кәрәк булды?” тигән һорауға яуап бер: күкрәк һөтөнөң балаларҙың ғына түгел, әсәләрҙең дә сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауы, сабыйҙарҙың тиҙерәк үҫешенә булышлыҡ итеүе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү.

Күкрәк һөтөнөң ҡатнаш аҙыҡтар менән сағыштырғанда өҫтөнлөгө ҙур икәне күп тикшеренеүҙәр менән иҫбатланған.

– Әгәр әсә балаһын оҙайлы ваҡыт, бер йәки ике йыл, имеҙһә,  ул төрлө сирҙәрҙән ҡурсыулы була тигән һүҙ. Мәҫәлән, аналыҡ һәм күкрәк яман шештәре иҫкәртелә, – тип билдәләй Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгесе Ольга Ладодо.

Күкрәк һөтөнөң үҙенсәлекле составы баланың һаулығын һаҡ­лай. Бала тапҡандан һуң тәүге көн­дәрҙә әсә һөтөндә ыуыҙ (молозиво) бүленеп сыға. Унда туп­ланған лейкоциттар сабыйҙың сә­ләмәтлеген нығытырға ярҙам итә.

– Барыһынан да бигерәк ул сабыйҙың иммун системаһын һаҡ­лай. Аҡһым, май, угле­вод­тарҙан тыш, күкрәк һөтөндә һыу бик күп – 88 процент. Һөттөң үҙен­сәлеге – уның тере күҙә­нәктәргә эйә булыуында, сабыйҙы сирҙәр­ҙән һаҡлауында һәм үҫешенә йоғонто яһауында, – ти эксперт.

Тикшеренеүҙәрҙән күре­неүен­сә, баланы име­ҙеү уның когнитив һәм физик үҫешен тәь­мин итә, IQ күрһәткестәрен яҡшырта. Күкрәк һө­тө менән туйынған балаларҙа һимереү, йө­рәк ише­мияһы, шәкәр диабеты сирҙәре аҙыраҡ осрай. Эксперт билдәләүенсә, әгәр ҡатын ауыр хәлдә булмаһа, яңы коронавирус инфек­цияһы күкрәк һөтө менән туйындырыр өсөн кәр­тә була алмай. Киреһенсә, әсә һөтөндә ба­лаға тап­шы­рылған антиесемдәр бар. Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лы­ғы­ның һуңғы күрһәт­мәһендә ауырыған йәки ауы­рыу үткәргән ҡатындың ба­лаһын имеҙә алыуы тураһында әйтелә. Тик бер иҫкәрмә бар: әгәр ул сабыйын тәрбиә­ләй алырлыҡ хәлдә икән.

Бынан тыш, быйыл Рәсәй Президенты сабыйҙарҙы яһалма туҡландырыу өсөн сығарылған һөт ҡатнашмаларын рекламалау үҙенсәлектәрен асыҡлаған законға ҡул ҡуйҙы. Шуға ярашлы, күкрәк һөтөн алмаштырған аҙыҡтар рекламаларында балаларҙы әсә һөтө менән туҡландырыуҙың өҫтөн­лөктәре лә сағылыш алырға тейешлеге бурыс итеп ҡуйылды. Бала рационына яһалма аҙыҡ индереү алдынан мотлаҡ белгес менән кәңәшләшеү кәрәклеге бил­дәләнде. Ҡатнашмаларҙан айырмалы, әсә һөтө киҫкен сирҙәрҙән аралай, хатта имеҙеү осоро та­мам­ланғандан һуң да бер нисә йыл буйы бала һаулығы өсөн борсолмаҫҡа мөмкин.

Күкрәк һөтө – сирҙәрҙе иҫкәр­теүҙе ғүмер дауамында тәьмин иткән алтын стандарт, тип иҫәпләй табиптар. Баланың аш һеңдереү һәм матдәләр алмашыныу үҙенсә­лектәренә тулыһынса яуап биргән, төп аҙыҡ матдәләре буйынса бөтә талаптарға ярашлы үҙенсәлекле составы сабыйҙың гормональ үҫешенә һәм сәләмәтлегенә булышлыҡ итә.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас