Сәләмәт булайыҡ
12 Август 2022, 11:30

Санитар авиация тағы ярҙамға килде...

Тәүге ярҙамды күрһәткәндән һуң Ҡариҙел дауаханаһы табиптары республика нейрохирургтары, реаниматологтары, неврологтары менән берлектә пациентты Республика балалар клиник дауаханаһына килтерергә ҡарар итте...

Санитар авиация тағы ярҙамға килде...Санитар авиация тағы ярҙамға килде...
Санитар авиация тағы ярҙамға килде...

Ҡариҙел районынан 10 августа юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгән 11 йәшлек пациентты Өфөгә санитар авиация ярҙамында алып килделәр. Был хаҡта телеграм-каналда һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә.

Малай ныҡ ҡына имгәнгән, башында  һәм эске ағзаларында күп  йәрәхәттәр булыуы асыҡланған. Айрат Рәхмәтуллиндың әйтеүенсә, урындағы табиптар балаға тейешле медицина ярҙамын күрһәткән. “Тәүге ярҙамды күрһәткәндән һуң Ҡариҙел дауаханаһы табиптары республика нейрохирургтары, реаниматологтары, неврологтары менән берлектә пациентты Республика балалар клиник дауаханаһына килтерергә ҡарар итте.  Шуға күрә санавиация вертолеты саҡырылды”, - тип яҙа Айрат Рәхмәтуллин. Кескәй пациентты реаниматолог һәм шәфҡәт туташы-анестезиолог оҙатып бара. Министрҙың әйтеүенсә, бындай ашығыс медицина ярҙамы талап ителгән мәлдәрҙә санитар авиацияға ышанырға мөмкин. Уның ярҙамында ғүмерҙәр һаҡлап ҡалына, ауырыу тиҙ арала дауаханаға илтелә. Айырыуса алыҫ төбәктәр тураһында һүҙ барғанда,  был ярҙам бик мөһим. Кескәй пациенттың тиҙерәк һауығып, йүгереп йөрөүен теләйбеҙ.

2021 йылда Башҡортостандың санитар авиацияһы 145 осош яһаны, ә быйыл 118 осош үтәлде. Вертолет һигеҙ айҙа 124 пациентты дауаханаға килтерҙе, тип хәбәр итә Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас