Сәләмәт булайыҡ
15 Август 2022, 10:00

Ҡатындың ғүмеренә хәүеф янамай

Шештең ауырлығы өс килограмм ярым, ҙурлығы 25х23 сантиметр тәшкил иткән!

Ҡатындың ғүмеренә хәүеф янамайҠатындың ғүмеренә хәүеф янамай
Ҡатындың ғүмеренә хәүеф янамай

Өфө ҡалаһының Дим районы дауаханаһында ҙур шеште алыу буйынса ҡатмарлы операция яһалған. Хирургтарҙың оҫталығына, белеменә, ҡыйыулығына иҫең китер! Шештең ауырлығы өс килограмм ярым, ҙурлығы 25х23 сантиметр тәшкил иткән.

Бүлексә мөдире вазифаһын башҡарыусы Т. Мәһәҙиев етәкселегендә эшләгән табип-гинекологтар бригадаһы әмәлиәт барышында репродуктив ағзаларҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.Тимәк, киләсәктә ғаиләлә сабыйҙар донъяға килеүенә ышаныс бар. Хәҙер йәш ҡатындың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Ул үҙен яҡшы тоя, дауахананан һауығып сыҡҡан.

Бала ятҡылығы миомаһы репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында йыш осрай, шуға күрә бөтә ҡатындарға ла йылына бер тапҡыр ультратауыш тикшереүе үтеү һәм гинекологҡа күренеү кәрәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас