

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы республиканың 205 кешеһендә асыҡланған. Белгестәрҙең фаразлауынса, көҙгә табан сирлеләр артасаҡ. Ил төбәктәрендә битлек режимына ҡайтыу бик ихтимал. Бүрәттәр сирҙе йоҡтормау өсөн битлек кейеүгә күскән дә инде. Табиптарҙың әйтеүенсә, иммунизация хәүефте кәметәсәк. Бөгөн Башҡортостандағы иң ҙур Республика йоғошло ауырыуҙар клиникаһында хәлдәр нисек?
“Мин ныҡ йүтәлләй башлағас, дауаханаға мөрәжәғәт иттем. Анализ миндә ковид икәнен асыҡланы, ә томография үпкәнең 16 проценты зарарланғанын раҫланы. Сирҙе еңел үткәрҙем, ваҡытында эшләткән вакцинаның файҙаһы тейгәндер, тип уйлайым. Әлегә үҙемдә хәлһеҙлек тоям, реабилитация кәрәк. Барыһынан элек тыныслыҡ, саф һауа мөһим, ирем дингеҙгә ял итергә ебәрер тип өмөтләнәм,” – ти клиника пациенты Лия Ғәлләмова.
Һауыҡҡан пациенттың бәхетле йылмайыуы – табиптар өсөн иң ҙур бүләк бында. Ике йыл эсендә был госпиталдә 17 меңдән ашыу ауырыуҙы аяҡҡа баҫтырғандар. Табип Эдуард Балағутдинов медицина учреждениеһы асылған көндән алып эшләй. Сирҙең тәүге тулҡынында эштең бик ауыр булыуын йәшермәй. Сирлеләр ағымы, билдәһеҙ вирус, дауалау алгоритмы булмауы, билдәһеҙлек хәүефкә һалған.
”Әммә китергә теләк булманы, барыһын да эш барышында хәл иттек. Коллектив көслө булды, госпиталдә эшләүебеҙ менән ғорурланабыҙ”, – ти табип.
Әле ковидтан 200 кеше дауалана, реанимацияла – һигеҙ кеше. Күбеһе өлкән йәштә һәм вакцина яһатмаған. Ике кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Реанимация бүлексәһе мөдире Рөстәм Әхмәҙиев әйтеүенсә, элек ҙур иғтибар бирелгән сир билдәләре хәҙер әллә ни мөһим түгел. Һиҙемләү юғалыуы ла ковид өсөн мотлаҡ билдә һаналмай. Йүтәл һәм температура – сирҙең төп билдәләре. Вирустың мәкерлеге – уның тотороҡһоҙлоғонда һәм йыш мутацияға бирелеүендә. Коронавирустың да йәшәгеһе килә, ти табиптар. Яҡын арала “дельта”, “омикрон” урынына яңы вариант килеүе ихтимал.
Клиниканың баш табип урынбаҫары Айгөл Ғәлиева әйтеүенсә, коронавирус хаҡында оноторға иртә әле.
”Көҙ етеү менән сир таралыуы көтөлә. Уға ҡаршы ҡалҡан – иммунизация. Бары коллектив иммунитет сиргә ҡаршы тора аласаҡ”, – ти табип.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.