Сәләмәт булайыҡ
16 Август 2022, 09:45

Радий Хәбиров: "Антиесемдәрем күп!"

Республика етәксеһе һәр кемде үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә саҡырҙы 

Радий Хәбиров: "Антиесемдәрем күп!"Радий Хәбиров: "Антиесемдәрем күп!"
Радий Хәбиров: "Антиесемдәрем күп!"

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сентябрь аҙағы – октябрь башында Рәсәйҙә коронавирус менән сирләү осраҡтары артыр тип көтә. Шуға күрә табиптар кешеләргә ваҡытында вакцина яһатырға һәм ревакцинация үтергә кәңәш итә. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә лә ошо турала һүҙ булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул организмында антиесемдәр булыу-булмауға тикшереү үткән. Һәм һөҙөмтә буйынса, унда улар бик күп.

– Мин тикшерелдем, анализдар тапшырҙым. Антиесемдәр һаны бик күп. Шуға күрә тикшерелеп торорға кәрәк. Антиесемдәр юҡ икән, ревакцинацияға барығыҙ, – тине ул.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, һәр кешенең коронавирус инфекцияһына реакцияһы төрлө, шуға күрә ул коллегаларына үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә саҡырҙы.

Ә һеҙ вакцина яһаттығыҙмы әле?

Фото: tatvestnik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас