

Көҙгә табан табиптар коронавирус буйынса хәлдәр киҫкенләшер тип көтә. Чиновниктар был турала нимә ти? Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус менән сирләү 65 процентҡа үҫкән. Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 430 урын бар, уларҙың 12 проценты әлегә буш.
Башҡортостанда 2 848 311 кеше вакцина һалдырған, республикала вакцина ҡулланыу 94 процент тәшкил итә. 750 595 кеше (пландың 78,6 проценты) ревакцинацияланған. Азат Рәхмәтуллин, 22 муниципалитет август аҙағына иҫәпләнгән ревакцинация буйынса планды үтәне, тип хәбәр итте. Республикала ревакцинация темптары яҡшы, был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәй Федерацияһында иң яҡшылар иҫәбенә инә. Ләкин 11 муниципалитетта ревакцинация кимәле 70 проценттан түбән. Улар араһында Сибай, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Йылайыр, Мәсетле, Иглин, Өфө, Баймаҡ, Асҡын, Ишембай һәм Мишкә райондары бар.
“Бөгөн Башҡортостанда коронавирус хәле тотороҡло, ләкин бер аҙ үҫеш күҙәтелә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, сентябрь аҙағында - октябрь башында коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуы көтөлә”, – тип хәбәр итте Азат Рәхмәтуллин.
– Иң мөһиме – вакцинация һәм ревакцинация. Улар оҙайлы ваҡытҡа яҡлау бирә. Башҡа мәсьәләләрҙе күрмәйем, барыбыҙ ҙа тыныс эшләйбеҙ һәм хәлде күҙәтеп барырбыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Азат Рәхмәтуллин, ревакцинацияның тәүлек эсендәге темпы яҡшы, 12-13 мең самаһы кеше, тип өҫтәне. Республикала вакцинаның һаны етерлек.
Фото: zbulvar.ru