Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Август 2022, 16:52

Барыһына ла ашарға яраймы?

Сәтләүектәр аминокислоталарға ла, калорияға ла бай.

Сәтләүектәрҙең ниндәй генәһе юҡ хәҙер! Күңелең теләгәнен һайлап һатып ал. Ул донъяның күп кенә халыҡтарының аш-һыуында  файҙаланыла. Унан эшләнгән төрлө торттар, кекстар, соус, май һәм башҡалар күҙҙең яуын ала.

Сәтләүектәр аҡһым, май, төрлө витаминдарға, минералдарға бай. Бынан тыш, уларҙа мейе һәм иммун системаһы өсөн кәрәк аминокислоталар байтаҡ. Тағы шуныһы: үҙенең тән ауырлығын контролдә тотҡандарға сәтләүектәрҙең калорияға бай икәнен хәтерҙән сығарырға ярамай.

Грек сәтләүеге

 

Кешенең мейе эшмәкәрлеге өсөн шәп, хәтерҙе яҡшырта, депрессияға ҡаршы торорға булышлыҡ итә, көс бирә. Был сәт­ләүектәге магний, калий, кобальт, тимер, йод һәм май кислоталары атеросклероз, гипертония һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы.

 

Фундук (урман сәтләүеге)

 

Был сәтләүектә аҡһым һәм аминокислоталар бик күп, шуға уны хатта ит менән сағыштыралар. Фундуктың өстән ике өлөшө организм өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ пальмитин, стеарин, миристин кеүек кислоталарҙан торған майҙарҙан хасил. Был сәтләүектәге калий һәм кальций нервы системаһы өсөн файҙалы, пак­литаксел матдәһе яман шеш күҙә­нәк­тәренә ҡаршы көрәштә шәп. Фундукты варикоз менән тромбофлебитты дауа­лағанда ла файҙаланалар.

 

Баҙам (миндаль)

 

Урта быуаттарҙа ғәрәп дауалаусылары был сәтләүекте эсәктәрҙе,  бәүел бүлеп сығарыу ағзаларын дауалағанда файҙаланғандар. Бөгөнгө тикшеренеүҙәр баҙамдың был йәһәттән, ысынлап та, файҙалы икәнен раҫлаған.

Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалағанда миндаль һөтөн эсергә кәңәш итәләр. Бының өсөн баҙамды иҙергә лә һыу менән бутап эсергә кәрәк. Бынан тыш, ул тынысландырырға һәләтле, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға ла ярҙам итә икән.

 

Кешью

 

Боронғо һиндтар кешью ярҙамында теш һыҙлауын, теш ҡаҙнаһының ҡанауын баҫҡан. Быуаттар үткәс, япондар тикшереү үткәргән һәм сәтләүектең был йәһәттән, ысынлап та, файҙалы икәнен асыҡлаған.

Бөгөн кешью тын алыу системаһы ағзалары сирҙәре, киҙеү, бронхиаль астма ваҡытында организмды нығытыу сараһы булараҡ файҙаланыла. Бынан тыш, ул төрлө бактерияларға, шешенеү-елһенеүҙәргә ҡаршы ҡулланыла.

 

Фисташка

 

Был сәтләүектәрҙә калорияның аҙыраҡ, Е, В төркөмө витаминдары күпләп булғанлыҡтан, улар төрлө диеталарҙа файҙаланыла. Ундағы каротиноидтар күҙгә яҡшы тәьҫир итә, һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытырға булыш­лыҡ итә. Тағы ундағы күҙәнәклектең күп булыуы холестерин кимәлен кәметә.

 

Кемдәргә сәтләүектәрҙең зыяны тейеүе ихтимал?

 

Сәтләүектәр, ғәҙәттә, калорияға бик бай, шуға артыҡ тән ауырлығы менән йонсоғандарға уларҙы көнөнә бер нисә бөртөк кенә ашарға кәңәш ителә. Был бауырға, аш һеңдереү ағзаларына ауырлыҡ килтермәҫ һәм артыҡ килограмдар йыймаҫ өсөн кәрәк.

Өс йәшкә тиклемге балаларға ла сәтләүек бирергә ярамай, сөнки ул – аллерген аҙыҡ-түлек. Әгәр балала сәскә атҡан ағастарға, помидорға аллергия бар икән, сәтләүектәрҙе ете йәшкә тиклем аша­мау йәки аҙыҡ-түлеккә аллергендарҙы асыҡлау өсөн анализ тапшырып тикшертеү хәйерлерәк.

Псориаз, нейродермит, атопик дерматит кеүек тән сирҙәре менән йонсо­ған­дарға ла сәтләүек ашағанда һаҡ булырға кәңәш ителә. Берҙән-бер иҫкәрмә: баҙамды ашарға мөмкин, әммә уны ла самалап ҡулланырға кәрәк.

Беләһеңме?

Сәтләүектәрҙең калориялығы       (100 грамда):

грек сәтләүеге — 850 килокалория;

фундук — 700 килокалория,

баҙам — 600 килокалория;

кешью — 600 килокалория;

фисташка — 550 килокалория.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: