Сәләмәт булайыҡ
19 Август 2022, 13:30

Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә

Бригадалар  райондарҙа графикҡа ярашлы эште дауам итә.

Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтәКүсмә сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә
Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һеҙҙе көтә

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы республикала дауам итә. Ул башланғандан алып 110 меңгә яҡын кеше ҡабул ителгән, 40 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән. Һөҙөмтәлә социаль әһәмиәтле 3 529 сир асыҡланған, шул иҫәптән 2 549 пациентта – йөрәк-ҡан тамырҙары сире асыҡланған, 308 кешелә яман шешкә, 644 кешелә шәкәр диабетына, 28 кешелә туберкулезға шик тыуған, улар контролгә алынған.

Бригадалар алты районда графикҡа ярашлы эште дауам итә.

Өфө маршруты Благовар районында эшен тамамлай (23 августа Троицкиҙа, 24-26 августа Благоварҙа).

Дыуан маршруты эшен тулыһынса тамамланы.

Нефтекама маршруты Дүртөйлө районында эшен тамамлай (22-24 августа Иҫке Байышта, 25-26 августа Иҫке Яндыҙҙа).

Октябрьский маршруты Дәүләкән районында эш башлай (22-23 августа Яңы Йәнбәктә, 24-26 августа  Ҡамсылытамаҡта).

Стәрлетамаҡ маршруты Ейәнсура районында эшен дауам итә (22-23 августа Этҡолда, 24-26 августа Үрге Муйнаҡта).

Белорет маршруты эшен тамамланы. Белгестәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, табиптар сиратлап ҡабул итәсәк.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас