Сәләмәт булайыҡ
20 Август 2022, 07:15

Көсөбөҙ – сәләмәт булыуҙа

Форумда көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде

Көсөбөҙ – сәләмәт булыуҙаКөсөбөҙ – сәләмәт булыуҙа
Көсөбөҙ – сәләмәт булыуҙа

 

Өфөлә “Сәләмәт тормош алып барған быуын” Бөтә Рәсәй  белем биреү форумы уҙҙы.

Сара М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан “Росмолодежь” йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ, ”Ирекмән медиктар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте ярҙамы менән ойошторолдо.

18 августан 21-енә тиклем барған был форум Рәсәйҙең 65 төбәгенән 120-нән ашыу кешене тупланы. Ҙур белем биреү программаһы,  воркшоптар, оҫталыҡ дәрестәре лә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты. Бөтә Рәсәй форумында сәләмәтлек штабы кураторҙары, ирекмән медиктар һәм барлыҡ теләгәндәр ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, был сара “Демография” милли проектының “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” федераль проекты сиктәрендә дүртенсе тапҡыр ойошторолдо.

  • Форум ысынлап та мөһим, сөнки бында сәләмәт тормош алып барыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелә, йәштәргә халыҡ менән нисек эшләргә кәрәклеге лә аңлатыла. Был сара күптәрҙә яҡшы ғәҙәттәрҙе тәрбиәләргә лә булышлыҡ итер, тип уйлайым. Төрлө төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар үҙ-ара аралаша, идеялары менән уртаҡлаша, кемдәрҙер командаларға берләшеп яңы проекттар булдыра, - тип белдерҙе “Ирекмән медиктар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Мария Якунчикова.

“Ирекмән медиктар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Европала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң ҙур ирекле ойошмаларҙың береһе, 85 төбәк бүлексәләре 118 меңдән ашыу кешене берләштерә. Йыл һайын ирекмән медиктар ярҙамынан  дүрт миллион тирәһе Рәсәй кешеһе файҙалана.

“Башҡортостан”ДТРК-һы мәғүмәттәренә таянып әҙерләнде.

Фото: БДПУ сайтынан.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас